Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
22+ °C
Ясна
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
25 Февраль 2015, 17:45
Иглин районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыу бурысы Вил Хафизовҡа йөкмәтелде
ӨФӨ, 2015 йыл, 25 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 25 февралдә Иглин районы Советы хакимиәт башлығы Рафиҡ Мусиндың вәкәләттәрен туҡтатыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Ул үҙ теләге буйынса отставкаға китте.
Хакимиәт башлығы вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыуға бәйле, район башлығы вазифаһын башҡарыу ваҡытлыса Вил Хафизовҡа йөкмәтелде.
Вил Хафизов хакимиәт башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары булып эшләгән, тип хәбәр иттеләр Иглин районы Советынан.
Рафиҡ Мусин республика колледждарының береһенең директоры вазифаһына кандидат булараҡ ҡарала.
Теги:
кадрҙар тәғәйенләү
Читайте нас: