05:14 (UTC+5), 16 Февраля 2015

Рөстәм Хәмитов төбәктәрҙең Берҙәм дәүләт имтиханын үткәреүгә әҙерлеге тураһында видеоселектор кәңәшмәлә ҡатнашты

РФ Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 16 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 13 февралдә Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев 2015 йылда Рәсәй Федерацияһы субъекттарының Берҙәм дәүләт имтиханын үткәреүгә әҙерлеге тураһында видеоселектор кәңәшмә үткәрҙе. Унда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.
Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры һүҙҙәренсә, Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыу юғары уҡыу йорттарына ғәҙел рәүештә уҡырға инергә мөмкинлек бирҙе, әммә был барыһы ла яҡшы бара тигәнде аңлатмай. Шуның менән бергә Хөкүмәт башлығы бөгөнгө көндә эксперттарҙың һәм уҡытыусыларҙың күбеһе Берҙәм дәүләт имтиханының Рәсәй уҡыусылары өсөн яңы офоҡтар асыуын билдәләүен белдерҙе.
— Илебеҙҙең төрлө мөйөштәрендә мәктәпте уңышлы тамамлаған уҡыусылар иң яҡшы төбәк һәм федераль вуздарҙа белем алыуҙарын дауам итә ала, был үҙе үк ыңғай һөҙөмтә, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Премьер-Министр. — Ошо системаның тағы ла һөҙөмтәлерәк эшләүе кәрәк, шуға күрә ул камиллашырға тейеш.
2015 йылда 715 мең кеше Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырасаҡ, Ҡырым һәм Севастополь уҡыусылары өсөн имтихан әлегә мотлаҡ түгел, әммә мөмкин.
2009 йылдан Берҙәм дәүләт имтиханы урта дөйөм белем биреү мәғариф программалары буйынса дәүләт йомғаҡлау аттестацияһының төп формаһы булып тора.
2015 йылда Башҡортостанда Берҙәм дәүләт имтиханын 22,5 мең кеше тапшырасаҡ, шул иҫәптән йәмғиәтте өйрәнеү фәнен бөтә сығарылыш уҡыусыларының 60,2 проценты, физиканы — 36,4 процент, биологияны— 26,5 процент, тарихты — 23,5 процент, химияны — 21,7 процент. Берҙәм дәүләт имтиханын үткәреүҙең 118 пункты билдәләнгән, шуларҙың берәүһе өйҙә — инвалид бала өсөн. Ваҡытынан алда тапшырыу осоронда (март-апрель) Өфө, Стәрлетамаҡ, Октябрьский ҡалаларында өс пункт эшләйәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика