Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
94.32
+0.25
100.28
+0.34
87.26
-0.03
16+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
4 Февраль 2015, 09:43

РФ Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев менән Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың эшлекле осрашыуы үтте

Рәсәй Хөкүмәтенең рәсми сайтынан
Рәсәй Хөкүмәтенең рәсми сайтынан
ӨФӨ, 2015 йыл, 4 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Шишәмбе көндө Өфөлә РФ Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев менән Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың эшлекле осрашыуы үтте.
Дмитрий Медведев төбәк иҡтисадындағы, тәү сираттта хеҙмәт баҙарындағы хәл-ваҡиға менән ҡыҙыҡһынды. Рөстәм Хәмитов 2014 йылда Башҡортостандың етештереү, инвестициялар йәлеп итеү һәм һалым йыйыу үҫеше буйынса Рәсәйҙәге уртаса күрһәткестәрҙән юғары булыуын белдерҙе. Хеҙмәт баҙарындағы хәл дә тотороҡло булды. 2015 йылдың башында хәл бер аҙ ҡатмарланды.
— Мониторингтан күренеүенсә, оптималләштереүгә, хеҙмәткәрҙәрҙе эштән бушатыуға әҙерләнгән предприятиелар бар, — тип хәбәр итте республика Башлығы. — Әммә беҙ ошо өлкәне күҙәтеүгә алғанбыҙ. Хөкүмәт ағзалары ҙур һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиеларына беркетелгән. Мин тейешле кәңәшмәләр уҙғарҙым.
— Беҙ илдәге хәлде ентекле күҙәтеп барасаҡбыҙ, — тине Дмитрий Медведев. — Беҙҙе борсоған һорауҙар килеп тыуһа, көрсөккә ҡаршы планға ярашлы ҡарар ҡабул ителәсәк.
Эшлекле осрашыуҙа төҙөлөш темаһы ла күтәрелде. Рөстәм Хәмитов 2014 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан 2 миллион 650 мең квадрат метр күрһәткесе менән торлаҡ төҙөлөшө күләме буйынса Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында бишенсе урынды биләне тип хәбәр итте.
Дмитрий Медведев ипотека кредитлауын төҙөлөш тармағы өсөн әһәмиәтле булыуын билдәләне:
— Алдағы осорҙа төҙөлөш ипотека иҫәбенә ил буйынса 30-40 процентҡа артты. Үҙәк банктың төп ставкаһы юғары булған осорға беҙгә быны һаҡларға кәрәк. Тейешле сараларға аҡса бүләсәкбеҙ. Был уҙған йылда Башҡортостан өлгәшкән төҙөлөш темпын һаҡларға ярҙам итер тип ышанам.
Рөстәм Хәмитов үҙ сиратында РФ Хөкүмәте Рәйесенә торлаҡ төҙөлөшөнә аҡса туплау республика проектына булышлыҡ итеү үтенесе менән мөрәжәғәт итте. Проект республикала һәйбәт үҫешә, аҡса туплау осоро тамамланғас, программала ҡатнашыусылар йылына 6-7 процент өҫтәп түләү шарты менән ипотека кредиты алыу мөмкинлегенә эйә була, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.
— Был бик яҡшы ипотека ставкаһы, уға ынтылырға кәрәк, — тине Дмитрий Медведев, проектҡа ярҙам итеү механизмын тикшерергә әҙерлеген белдереп.
Читайте нас: