06:57 (UTC+5), 04 Февраля 2015

Дмитрий Медведев Башҡортостандың үҙенсәлекле социаль проекттары менән ҡыҙыҡһынды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 4 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. «Берҙәм Рәсәй» партияһы рәйесе, РФ Хөкүмәте башлығы Дмитрий Медведев 3 февралдә Өфөгә эш сәфәре барышында Башҡортостандағы партия ағзалары менән осрашыу уҙғарҙы.
Осрашыуҙа «Берҙәм Рәсәй» партияһының Юғары советы ағзаһы, Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, «Берҙәм Рәсәй» төбәк бүлексәһе секретары, республика Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, партияның төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рәмзил Ишһарин, партияның урындағы бүлексәләре етәкселәре һәм секретарҙары ҡатнашты.
Партия ағзалары Министрҙар кабинеты башлығы менән ҡайһы бер иҡтисади һәм социаль мәсьәләләрҙе тикшерҙе.
Атап әйткәндә, хәбәрһеҙ юғалған һалдаттарҙы эҙләү республика проекты ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. «Быуындар йөрәгендә — хәтер һәм ғорурлыҡ» проекты координаторы, «Берҙәмлек» лицейы уҡытыусыһы Нәзирә Хәкимова һүҙҙәренсә, республикала хәбәрһеҙ юғалған һалдаттар тураһында мәғлүмәттәр эҙләүҙең үҙенсәлекле методикаһы төҙөлгән.
РФ Хөкүмәте башлығы танышыу өсөн проекттың методик материалдарын алды.
— Әгәр былар ысынлап та үҙенсәлекле технологиялар икән, улар Рәсәйҙә киң таралыу алырға тейеш, — тине Дмитрий Медведев.
«Өсөнсө быуын халыҡ университеты» республика проектының да федераль кимәлгә сығыу мөмкинлеге бар. Программа пенсионерҙарға бушлай финанс, хоҡуҡи белемдәрен арттырырға, компьютер менән эшләргә өйрәнергә, төрлө өлкәлә белем алырға мөмкинлек бирә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика