05:14 (UTC+5), 03 Февраль 2015

Рөстәм Хәмитов Һиндостандың Рәсәйҙәге илсеһе Пунди Шринивасан Рагхаван менән осрашты

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 3 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 2 февралдә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Һиндостандың Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Пунди Шринивасан Рагхаван менән осрашты. Осрашыуҙа яҡтар сәнәғәт һәм сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлек йүнәлештәрен тикшерҙе.
– Уҙған йылда Һиндостан менән Башҡортостан бизнесы араһындағы сауҙа күләме 400 миллион доллар тәшкил иткән. Был 2013 йылға ҡарағанда ике тапҡырға күберәк. Ошо һанды тағы ике тапҡырға арттырһаҡ, яҡшы булыр ине, – тип билдәләне төбәк етәксеһе.
Рөстәм Хәмитов һәм Пунди Шринивасан Рагхаван хеҙмәттәшлек өсөн уңышлы йүнәлештәрҙе атаны.
– Беҙҙе һеҙҙең илдән инвесторҙар йәлеп итеү ҡыҙыҡһындыра. Дарыуҙар етештереү, пластик төргәктәге инфузия иретмәләрен етештереү буйынса завод төҙөү кеүек хеҙмәттәшлек өлкәләрен ҡарарға мөмкин. Беҙ эш өсөн уңайлы шарттар булдырырға әҙер, – тине республика Башлығы.
– Беҙ фармацевтика, мәғлүмәт технологиялары, ауыл хужалығы кеүек хеҙмәттәшлек өлкәләрен ҡарайбыҙ. Улар Башҡортостан Республикаһы менән Һиндостан араһындағы иҡтисади хеҙмәттәшлек өсөн ҙур мөмкинлек бирә, – тине Һиндостан илсеһе журналистарға осрашыу һуңында.
Яҡтар 2015 йылдың июлендә Өфөлә үтәсәк ШОС һәм БРИКС саммиттары Башҡортостан менән Һиндостан араһындағы партнерлыҡ мөнәсәбәттәрен нығытыуға булышлыҡ итәсәк, тигән фекергә килде. Пунди Шринивасан Рагхаван иҡтисади хеҙмәттәшлекте ил кимәлендә генә түгел, төбәктәр кимәлендә лә киңәйтергә кәрәк тип белдерҙе.
– Белеүемсә, Башҡортостан Республикаһы Һиндостандағы Харьяна штаты менән тығыҙ мөнәсәбәттәр булдырырға теләй. Беҙ бының өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды илсе.
Һиндостандың республика тышҡы сауҙа тауар әйләнешендәге өлөшө 3 процент (етенсе урын) тәшкил итә. 2014 йылдың 11 айында сауҙа итеү күләме 397,6 миллион доллар тәшкил итте. Ошо сумманың 95 проценттан ашыуы экспортҡа тура килә. Башҡортостан Һиндостанға машиналар һәм ҡорамалдар, шул иҫәптән авиация двигателдәре, химия һәм металлургия сәнәғәте продукцияһы һата. Республикабыҙға машиналар эшләү, органик булмаған химия продукцияһы, металл изделиелары индерелә. Башҡортостан биләмәһендә 10 берлектәге предприятие эшләй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика