Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
22+ °C
Ясна
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
2 Февраль 2015, 17:34
Башҡортостандың Мәғлүмәтләштереү буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары тәғәйенләнде
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2015 йыл, 2 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. Рөстәм Хәмитов Денис Слеповты Башҡортостандың Мәғлүмәтләштереү һәм «Асыҡ республика» системаһының эш итеүе мәсьәләләре буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары итеп тәғәйенләне.
Денис Слепов 1987 йылда Өфөлә тыуған. Өфө дәүләт авиация техник университетының информатика һәм робототехника факультетын тамамлаған. «Фирма Хелс-М» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Өфө филиалында тейәү-бушатыу эштәре белгесе; республика Финанс министрлығында әйҙәүсе белгес; Башҡортостан Президентының Эштәр идаралығында мәғлүмәт технологиялары һәм системалы интеграция бүлегенең баш консультанты; республика Башлығының үҫеш һәм планлаштырыу бүлегенең баш консультанты булып эшләгән.
Теги:
кадрҙар тәғәйенләү
Читайте нас: