04:23 (UTC+5), 30 Января 2015

Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһы төбәктәре етәкселәренең семинар-кәңәшмәһендә ҡатнашты

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 30 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 29 ғинуарҙа Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһы субъекттары етәкселәре, закондар сығарыу йыйылыштары рәйестәре, ҡала мэрҙарының семинар-кәңәшмәһендә ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр республика етәксеһенең матбуғат хеҙмәтенән. Осрашыуҙың темаһы – «Заманса иҡтисади һәм сәйәси саҡырыу. Иң яҡшы төбәк тәжрибәләре». Семинар Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың сығышы менән асылды.
– Бындай осрашыуҙар бик файҙалы. Хәҙерге көндә был айырыуса мөһим, беҙҙең алда – ауыр иҡтисади һәм тышҡы сәйәси шарттарҙа хәл итеү талап ителгән бурыстар, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды дәүләт башлығы. – Һис шикһеҙ, әлеге шарттарҙа бөтә кимәлдәге власть органдары эшмәкәрлектәрен координациялау тәүге планға сыға. Федераль ведомство, төбәк, муниципаль власть органдары етәкселәренең лидерлыҡ сифаттары бик мөһим.
Семинар Рәсәй Федерацияһы Президенты Хакимиәте тарафынан Рәсәй Һаҡлыҡ банкының Корпоратив университетында ойошторолған. Сарала 280-гә яҡын төбәк етәкселәре ҡатнашты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика