ӨФӨ, 2015 йыл, 28 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда махсус ҡуналҡаға ҡуйылған машиналар 12 сәғәт бушлай торасаҡ. Депутаттар Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының пленар
ултырышында «Башҡортостан Республикаһында транспорт сараларын махсус ҡуналҡаға күсереү, уларҙы һаҡлау, ошоноң өсөн сығымды ҡаплау, шулай уҡ транспорт сараларын кире ҡайтарыу тәртибе тураһында»ғы законға үҙгәрештәр индереүҙе икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙа бер юлы хупланы. Раҫланған үҙгәрештәр махсус ҡуналҡала машиналар һаҡлау өсөн түләү системаһына төҙәтмәләр индереүҙе күҙ уңында тота, уларҙы кире ҡайтарыу тәртибен ябайлаштыра һәм машинаны алып китеү факты тураһында хужаларына хәбәр итеү процедураһын регламентлай.