07:19 (UTC+5), 20 Января 2015

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты түләүле телеканалдарҙа рекламаны тыйырға тәҡдим итә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 20 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Екатерина Соколова/. Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтынан Дәүләт Думаһы депутаттары Рәсәй продукцияһын күрһәтеүсе кабелле телеканалдарға рекламаны таратыуҙы рөхсәт иткән закон проектын әҙерләне. Шишәмбе, 20 ғинуарҙа, документ мәғлүмәт сәйәсәте, мәғлүмәт технологиялары һәм бәйләнеш буйынса Дәүләт Думаһы комитеты ултырышында ҡараласаҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 1 ғинуарҙа түләүле кабелле телеканалдарҙа реклама күрһәтеүҙе тыйыусы закон үҙ көсөнә инде. Шуның һөҙөмтәһендә муниципаль йәки төбәк властары яғынан финанс ярҙамы күрһәтелмәгән күп компаниялар ауыр хәлдә ҡалды.
Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының үҙәк штабы рәйестәше Ольга Тимофеева һүҙҙәренсә, законға төҙәтмәләр индереүҙең маҡсаты — төбәк каналдарын яҡлау.
— Дәүләт Думаһының ошо закон өсөн көрәшеүе өсөн ҡәнәғәтбеҙ, — тип билдәләне Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк штабы рәйестәше, Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Үҙәк штабы ағзаһы Эльвира Айытҡолова. — Парламент ултырышында тапшырыусылар исеменән «Башҡортостан» ТРК ДУП-һы директоры, Милли телерадиотапшырыуҙар ассоциацияһы ағзаһы Ғәлим Яҡупов сығыш яһаясаҡ. Әммә төбәк телекомпаниялары мәнфәғәттәрен яҡлау темаһы әлеге закон нормаларына ҡарағанда күпкә киңерәк һәм тәрәнерәк. Телевидение тураһында айырым закон хаҡында мәсьәлә күптән өлгөрөп еткән.
Өфөлә төбәк телеканалдары проблемалары тәүге тапҡыр «Төбәктәге телерадиотапшырыу хеҙмәтенең проблемалары» түңәрәк өҫтәлендә күтәрелде. Уны Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының журналистарға хоҡуҡи ярҙам үҙәге ойошторҙо.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика