Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+16 °С
04:48 (UTC+5), 13 Января 2015

Рөстәм Хәмитов: «Йәмғиәттәге әхлаҡи мөхит прокуратураның нисек эшләүенә бәйле»

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 13 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 12 ғинуарҙа Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһы Прокуратура хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы йыйылышта сығыш яһаны. Республика етәксеһе ведомство хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын һөнәри байрамдары менән ҡотланы һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.
– Календарь йыл рәсми рәүештә Прокуратура хеҙмәткәрҙәре көнө менән асыла, был төп принциптың – законға буйһоноп йәшәүҙең мөһимлеген билдәләй, – тине Рөстәм Хәмитов.
Башҡортостан Башлығы прокуратура органдары көс структураларының енәйәтселек, иҡтисади һәм социаль өлкәләрҙәге хоҡуҡ боҙоуҙарға, экстремизмға һәм коррупцияға ҡаршы көрәш, дәүләт һәм шәхси милекте һаҡлау кеүек эш йүнәлештәрен билдәләүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Рөстәм Хәмитов эшлекле мөхитте яҡшыртыуҙы ведомство алдында торған мөһим бурыстарҙың береһе тип атаны. Уның һүҙҙәренсә, йыл һайын күҙәтеү органдары хәбәр иткән пландан тыш тикшереүҙәрҙең яртыһынан ашыуын прокуратура ҡабул итмәй, был иһә бизнесҡа йөкләмәне һиҙелерлек кәметергә мөмкинлек бирә.
– Был эште дауам итергә һәм эшҡыуарҙарҙың мәнфәғәттәрен яҡлау һеҙҙең ҡулда икәнлеген аңларға кәрәк, – тине төбәк етәксеһе.
Республика башлығы коррупцияға ҡаршы көрәштә ошо йүнәлеш буйынса прокуратура органдарына ярҙам итәсәк вәкил институтын булдырырға тәҡдим итте.
Башҡортостан етәксеһе прокуратураға торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһен, шул иҫәптән йорттарҙы капиталь ремонтлауҙы күҙәтеүҙе көсәйтергә, шулай уҡ аҙыҡ-түлеккә, бензинға хаҡтарҙы, энергия ресурстарына тарифтарҙы нигеҙһеҙ арттырыу факттарын ентекле өйрәнергә ҡушты.
Сығыштың тулы стенограммаһы һәм бүләкләнеүселәрҙең исемлеге Башҡортостан Республикаһы Башлығының рәсми сайтында бирелгән.
1 из 18
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика