05:30 (UTC+5), 30 Декабря 2014

Владимир Путин Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән эшлекле осрашыу үткәрҙе

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 30 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән эшлекле осрашыу үткәрҙе.
Дәүләт башлығы республика етәксеһе менән төбәктәге социаль-иҡтисади хәлде тикшерҙе.
Рөстәм Хәмитов республикала йылды нисек тамамлауҙары хаҡында һөйләне. Башҡортостан эшмәкәрлектең төп йүнәлештәре буйынса ла, сәнәғәт производствоһында ла, социаль мәсьәләләрҙә лә һәйбәт һөҙөмтәләр күрһәтә.
Башҡортостан Президенты төп капиталға инвестициялар айырыуса шатландыра тип билдәләне. Улар 104-105 процент тәшкил итә.
— Ауыл хужалығында ла эштәр насар түгел. Һөт буйынса күрһәткестәр яҡшы. Беҙ яҡынса бер миллион 850 мең тонна һөт етештерәбеҙ. Был Рәсәйҙә иң яҡшы күрһәткестәрҙең береһе. Ҙур объекттар, фермалар, комплекстар төҙөйбөҙ. Бөтәһе 60 миллиард һумлыҡ 11 эре инвестиция проекттары, — тип һөйләне республика башлығы.
Владимир Путин бюджет өлкәһендә эшләүселәрҙең, уҡытыусыларҙың килеме менән ҡыҙыҡһынды.
Рөстәм Хәмитов бөтә ошо күрһәткестәр май указдары буйынса үтәлә тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
— Һис шикһеҙ, беҙ уларҙы үтәйәсәкбеҙ, һәм бөтә категория хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы әлеге күрһәткестәргә ярашлы буласаҡ. Беҙҙә аҡса планлаштырылған, оптималләштереү тыныс бара, — тине Рөстәм Хәмитов. — Демография, мәғариф. Һандар шатландыра: быйыл 60 меңгә яҡын бала тыуасаҡ, тәбиғи үҫеш 6,5 мең кеше тәшкил итәсәк. Өҫтәүенә, тиҙ темптар менән балалар баҡсалары төҙөйбөҙ һәм киләһе йылда программаны тамамлаясаҡбыҙ.
Башҡортостан Президенты «быйыл төбәк Ҡырымдың шефлыҡҡа алынған районында яҡшы эшләне тип билдәләне. Республика халҡы 200 миллион һумдан ашыу йыйҙы. Ошо аҡсаға 38 объектты: ҡыйыҡтарҙы, юлдарҙы, һыу үткәргестәрҙе, балалар баҡсаларын һәм башҡаларҙы ремонтланыҡ. Хатта аграрийҙарыбыҙ Ҡырымға 15 комбайн килтереп, шефлыҡҡа алынған районда уңыш йыйып алды».
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика