10:41 (UTC+5), 30 Декабря 2014

Владимир Путин Һалым кодексына үҙгәрештәр индерҙе

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 30 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Һалым кодексына бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеүгә йүнәлтелгән үҙгәрештәр индерелде. Рәсәй Президенты шуға ярашлы Федераль законға ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр иттеләр kremlin.ru сайтынан.
Документ бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарына булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән. Атап әйткәндә, Рәсәй төбәктәренә тәүге тапҡыр шәхси эшҡыуар булараҡ теркәлгән, һалым һалыуҙың ябайлаштырылған йәки патентлы системаһына күскән һалым түләүселәр өсөн күрһәтелгән махсус режимды файҙаланғанда түләгән һалымдар буйынса 0 процент күләмендә ставкалар билдәләү хоҡуғы бирелә.
Һалым түләүселәр 0 процент күләмендәге ставкаларҙы ике һалым осоронда ҡуллана ала.
РФ субъекттары льготалы һалым ставкаларын файҙаланыуға, шул иҫәптән шәхси эшҡыуарҙарҙың сикке килем күләме һәм хеҙмәткәрҙәрҙең уртаса һаны рәүешендә сикләүҙәр индерергә хоҡуҡлы.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Телефон
(347) 250-05-07
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика