05:47 (UTC+5), 26 Декабрь 2014

Рөстәм Хәмитов: «Стратегик планлаштырыу мәсьәләләрен йәмәғәтселек ҡатнашлығында тикшерәсәкбеҙ»

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 26 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үткәргән республика Хөкүмәте ултырышында бер нисә иҡтисади мәсьәлә ҡаралды. Сара барышында «Башҡортостан Республикаһында стратегик планлаштырыу тураһында» закон проекты тикшерелде, кадастр баһаһы һөҙөмтәләре һәм участкаларҙы льготалы хосусилаштырыу мөмкинлектәре, шулай уҡ халыҡҡа дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙе электрон төрҙә күрһәтеү хаҡында һүҙ алып барылды.
Башҡортостан Президенты республиканың 2020 йылға тиклемге социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһы биш йыл элек үк раҫланған тип билдәләне. Ошо ваҡыт эсендә иҡтисади хәл үҙгәрҙе, был иһә Стратегияға төҙәтмәләр индереүҙе талап итте.
Ултырышта билдәләнгәнсә, төп стратегик документ әҙерләнеп, киң йәмәғәтселек, республиканың Дәүләт Йыйылышы депутаттары, ғалимдар, эшҡыуарлыҡ вәкилдәре тарафынан ҡабул ителергә тейеш. Эштең норматив базаһы республиканың иҡтисади үҫеш министры Александр Васильев тәҡдим иткән Башҡортостан Хөкүмәтенең яңы закон проектына нигеҙләнеүе мотлаҡ.
«Башҡортостан Республикаһында стратегик планлаштырыу тураһында» закон проектының асылы төбәкте социаль-иҡтисади үҫтереү буйынса мөһим документтарҙы коллегиаль тикшереүгә ҡайтып ҡала. Александр Васильев аңлатыуынса, эшҡыуарлыҡты, халыҡты һәм власты йәлеп итеп стратегик планлаштырыу документтары проекттарын йәмәғәтселек ҡатнашлығында тикшереү нормаһы индерелә. Башҡортостан Президенты мәсьәләне хәл итеү юлын хупланы.
Кадастр баһаһы һөҙөмтәләре һәм ер участкаларын хосусилаштырыу барышы хаҡында һүҙ алып барғанда Рөстәм Хәмитов республика байтаҡ ҡына ер ресурстарына эйә тип белдерҙе. Быйыл Башҡортостан Хөкүмәтенең эш кәңәшмәләрендә уларҙы һөҙөмтәле файҙаланыу мәсьәләләре лә ҡаралды. Был бюджеттты тулыландырыуға, бюджет саралары дефициты шарттарында өҫтәмә түләү сығанаҡтарын эҙләүгә бәйле.
Сығыштың тулы стенограммаһы менән республика Президентының рәсми сайтында бирелгән.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика