Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.26
-0.33
99.71
-0.56
86.97
-0.03
-3 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
25 Декабрь 2014, 10:18

Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Советы ултырышында ҡатнашты

ӨФӨ, 2014 йыл, 25 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 24 декабрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Мәскәүҙә Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Советы һәм мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Совет ултырышында ҡатнашты. Унда дәүләт мәҙәниәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу мәсьәләләре ҡаралды.
Ултырышты асып, Рәсәй Президенты Владимир Путин тамамланып килгән Мәҙәниәт йылы күп әһәмиәтле ваҡиғаларға һәм сараларға бай булды, «айырыуса Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендә был темаға ҙур иғтибар бүленде» тип билдәләне.
Рәсәй Президенты үҙенең Указы менән Дәүләт мәҙәниәт сәйәсәте нигеҙҙәрен раҫлауы тураһында хәбәр итте. Владимир Путин ижад азатлығын тәьмин итеү, Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫын һаҡлау һәм файҙаланыу, рус һәм милли телдәрҙе, әҙәбиәтте үҫтереү, шәхес тәрбиәләү өсөн уңайлы мәғлүмәти мөхит булдырыу мәсьәләләренә лә ҡағылды, крайҙы өйрәнеүҙе һәм эске туризмды мәҙәниәтте төбәк кимәлендә үҫтереүҙең перспективалы йүнәлештәре тип атаны.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Мәҙәниәт йылының тамамланыуы ошо йүнәлештәге эштәрҙе туҡтатыу тигәнде аңлатмай тип белдерҙе.
– Мәҙәниәт беҙҙе ғүмер буйы оҙатып бара. Һис шикһеҙ, йәмғиәтте үҫтереү, мәҙәни үҫеш өсөн мөмкинлектәр тыуҙырыу буйынса эштәр дауам итәсәк, – тине төбәк етәксеһе.
Әҙәбиәт йылы тип иғлан ителгән 2015 йылда китапханаларҙы үҫтереү өсөн шарттар булдырыуға, яҙыусылыҡ хеҙмәтенә ярҙам итеүгә, әҙәби әҫәрҙәрҙе популярлаштырыуға, китаптар сығарыуға ҙур иғтибар бүленәсәк, тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов журналистар менән әңгәмә барышында.
Бөгөнгө көндә Башҡортостанда 4,2 меңдән ашыу мәҙәниәт учреждениеһы эшләй. Мәҙәниәт һәм сәнғәт хеҙмәткәрҙәренең дөйөм һаны – 15,2 мең. Мәҙәни-ял итеү, китапханалар, балалар сәнғәт мәктәптәре һаны буйынса республика Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында беренсе урынды биләй.
Читайте нас: