15:57 (UTC+5), 22 Декабрь 2014

Өфө һәм Күмертау — балалар өсөн иң яҡшы ҡалалар иҫәбендә — Лилиә Ғүмәрова

ӨФӨ, 2014 йыл, 22 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Федерация Советында «Бөтә балалар ҙа ҡәҙерле!» тип исемләнгән V Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Күмертау һәм Өфө 100 мең кешенән кәмерәк халыҡ йәшәгән ҡалалар һәм Рәсәй субъекттарының административ үҙәктәре араһында икенсе урын яуланы.
Тантанала Башҡортостандан сенатор, Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова ҡатнашты. Ғаилә һәм балалыҡ мәсьәләләрен хәл итеүҙә әүҙем ҡатнашҡандары өсөн конкурстың лидерҙарына рәхмәт белдереп, сенатор уның актуаль булыуын һәм әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Ағымдағы йылда Рәсәйҙең 51 субъектынан 161 ҡала үҙҙәренең социаль тәжрибәһен тәҡдим итте. Ойоштороусылар конкурс материалдарында эш системаһы, төрлө ведомстволарҙың, йәмәғәт ойошмаларының үҙ-ара килешеп эш итеүе асыҡ сағылырға тейеш тип иҫәпләй.
Лилиә Ғүмәрова Рәсәй ҡалалары конкурсын мәғлүмәти яҡтан пропагандаларға кәрәк тип билдәләне.
— Ошо ҡалаларҙың эшмәкәрлеге менән танышыу төбәктәргә ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләр һәм балалар менән эшләгәндә иң яҡшы тәжрибәне файҙаланырға мөмкинлек бирәсәк, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды сенатор.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика