Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
-0.88
92.22
-1.03
67.96
+2.11
23+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
17 Декабрь 2014, 14:42
Рөстәм Хәмитов: «ШОС һәм БРИКС саммиттары — Башҡортостанды һәм Өфөнө популярлаштырыуға нигеҙ булып тора»
ӨФӨ, 2014 йыл, 17 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. 16 декабрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «РБК» каналының тура эфирында тапшырыуҙы алып барыусы Леонид Давыдовтың һорауҙарына яуап бирҙе. Әңгәмәлә, атап әйткәндә, бренд темаһы ла күтәрелде. Киләһе йылда Өфөлә ШОС һәм БРИКС халыҡ-ара саммиттарын уҙғарыуға бәйле журналист төбәк башлығынан: «Ҡасан республиканың логотибы барлыҡҡа киләсәк? Республика брендтарына, логотиптарына заказ бирелгәнме?» — тип һораны.
Рөстәм Хәмитов был йүнәлештә эштәр бара, әммә әлегә урындағы кимәлдә генә тип яуап бирҙе.
— Беҙҙә үҙҙәренең брендтары булған бер нисә ҡала бар. Уның файҙаһы бармы-юҡмы икәнлеген ҡарайбыҙ. Әлегә муниципаль кимәлдә тикшерәбеҙ, — тине төбәк башлығы.
Төбәк башлығы фекеренсә, «Башҡортостан һәм «башҡорт» һүҙе һәр саҡ сифат билдәһен, яҡшы продукцияны аңлата. Башҡорт балы, башҡорт нефте, башҡорт игене, башҡорт һөтө... Был йәһәттән беҙҙең брендыбыҙ бар. «Башҡорт» һүҙе илебеҙҙә йәшәүселәр өсөн дөрөҫ йүнәлеш бирә».
Республика Президенты «сит илдәрҙә беҙҙе, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрен дә аҙ беләләр. Был ысынбарлыҡ» тип билдәләне.
— Мәскәү, Петербург, Волга, Урал, Себер — сит ил кешеләре белгән биш-ете һүҙҙәр. Был йәһәттән 2015 йылдың йәйендә үткәреләсәк ШОС һәм БРИКС саммиттары — Башҡортостанды һәм Өфөнө популярлаштырыуға нигеҙ булып тора. Беҙ эшләйбеҙ, күп форумдарҙа ҡатнашабыҙ. Республика танылыу яулай бара, тип билдәләне төбәк башлығы.
Рөстәм Хәмитовтың «РБК» телеканалына биргән интервьюһының тулы тексы БР Президентының
рәсми сайтында
бирелгән.
Теги:
бр президенты интервьюһы
шос һәм брикс саммиттары
брендтар
рбк
Читайте нас: