17:30 (UTC+5), 09 Декабря 2014

Рөстәм Хәмитов: «Күп нәмә муниципалитеттар эшен ойоштороуға бәйле»

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 9 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 9 декабрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республиканың муниципаль район һәм ҡала округтары Советтары рәйестәре менән осрашты. Төбәк башлығы муниципалитеттарҙың социаль-иҡтисади үҫеш перспективаларын һәм бөгөнгө көндә улар алдында торған өҫтөнлөклө бурыстарҙы билдәләне.
2014 йылда үткән һайлау кампанияһы халыҡтың власть органдарына ышаныс белдереүен күрһәтте, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. Әммә муниципалитеттарға күп йүнәлештәр буйынса эшмәкәрлектәрен әүҙемләштерергә кәрәк. Инвестициялар йәлеп итеү, муниципаль милек менән сифатлы идара итеү, торлаҡ төҙөлөшөн, агросәнәғәт комплексын, һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү өлкәһендә хәл ителмәгән мәсьәләләр байтаҡ.
Төбәк етәксеһе 2015 йылда Башҡортостанда ауыл биләмәһе депутаттарын һәм 2016 йылда Рәсәй Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау темаһын да күтәрҙе.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Әмзә урман комбинатында эш хаҡы буйынса бурыстар түләнмәһә, предприятие етәкселәре квалификацияһын юғалтасаҡ тип белдерҙе.
Осрашыуҙа Башҡортосан Республикаһы Дәүләт – Йыйылышы Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Мәрҙәнов ҡатнашты.
Сығыштың тулы стенограммаһы БР Президентының рәсми сайтында бирелгән.
1 из 14
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика