12:56 (UTC+5), 04 Декабря 2014

Рәсәй Президенты Мөрәжәғәтнамәһе беҙ йәшәгән ваҡытҡа һәм шарттарға тап килә – Константин Толкачев

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 4 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. - Рәсәй Президентының Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе беҙ йәшәгән ваҡытҡа һәм шарттарға тап килә. Владимир Путин әйберҙәрҙе үҙ исемдәре менән атаны: күп кенә дәүләттәр өсөн милли ғорурлыҡ – күптән онотолған төшөнсә, ә суверенитет – ярамаҫлыҡ зиннәт. Ул ҡаты ғына яңғыраны, әммә ҡапма-ҡаршы түгел, Рәсәй донъя өсөн асыҡ һәм ябылырға йыйынмай, — тип тип Мөрәжәғәтнамәгә комментарий бирҙе Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев.
Республика парламенты спикеры билдәләүенсә, программа документында йәмғиәт тормошоноң бөтә өлкәләре ҡуҙғатыла, масштаблы маҡсаттар ҡуйыла һәм уларға ирешеү юлдары билдәләнә, ә Мөрәжәтнамәне аңлатып биреү Рәсәй Федерацияһының стратегик ҡыҙыҡһыныуҙарын иҫәпкә алыуға нигеҙләнә.
- Ил Президенты иҡтисад өлкәһендәге ҡыҙыҡлы инициативаларҙы уҡып ишеттерҙе. Иң тәүҙә, алдағы дүрт йылға ғәмәлдәге һалым шарттарын нығытыу тәҡдимен билдәләр инем. Ул планлаштырыу офоғон киңәйтә, тотороҡло үҫеш өсөн шарттар булдыра, иртәгәге көнгә ышаныслылыҡ бирә. Капиталды тулыһынса амнистиялау тураһындағы фекер бик ваҡытлы яңғыраны – аҡса ил иҡтисадына эшләргә тейеш. Бизнес-берләшмәне башҡа идеялар ҙа – административ контролде кәметеү, һалым йөгөн еңеләйтеү, аңлы импортты алмаштырыу ҡыуандырыр тип уйлайым. Ил үҫеше үҙебеҙҙән, эш урындарында ултырыусы һәм кемебеҙҙән тора, — тине Константин Толкачев.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика