Вторник, 14 Апреля 2026
|
Уфа
+12 °С
04:00 (UTC+5), 04 Декабря 2014

Өфөлә Рөстәм Хәмитов Ҡырғыҙстан Премьер-министры менән осрашты

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 4 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 3 декабрҙә Республика Йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Ҡырғыҙстан Премьер-министры Джоомарт Оторбаев менән осрашты. Яҡтар иҡтисади һәм мәҙәни хеҙмәттәшлеккә фекер алышты, тип хәбәр итә БР Президенты Хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.
9-10 декабрҙә Бешкәктә Башҡортостан бизнес-делегацияһы буласаҡ. Сәфәр барышында килешеүҙәр төҙөләсәк тип күҙаллана. 2015 йылдың март айында Рөстәм Хәмитов Бешкәктә Башҡортостан мәҙәниәте көндәрен уҙғарырға тәҡдим итте.
«Ҡырғыҙстан менән туризм, мәҙәниәт мөнәсәбәттәре, аҙыҡ-түлек поставкалау өлкәһендәге бәйләнештәрҙә яңы динамикаға ирешергә теләйбеҙ. 2015 йылда өҫтәлдәребеҙҙә Ҡырғыҙстан продукцияһы тулы күләмдә булһын өсөн әүҙем эш алып барыла. Тәү сиратта, һүҙ емеш-еләк хаҡында бара. Эшҡыуарҙар был юҫыҡта шәхси рәүештә эшләй ҙә башлаған, ә беҙҙең ярҙамыбыҙ менән Ҡырғыҙстандан аҙыҡ-түлекте поставкалау хәле яҡшыртыласаҡ ҡына», — тине Башҡортостан Президенты.
«Ике республикабыҙҙы яҡшы логистика бәйләй, сауҙа бәйләнештәренең яҡшы кимәле ҡыуандыра. Башҡортостан сауҙа күләме буйынса өсөнсө урында, әммә ғәмәлгә ашырылмаған потенциал бик юғары. Башҡортостанда ғилми институттар, юғары мәктәп бик көслө. Рөстәм Зәки улы ректорҙар менән осрашырға тәҡдим итте. Беҙҙә дефицит буған һөнәрҙәрҙе үҙләштереү мәсьәләһенә фекер алышырға мөмкин. Яҡын арала делегациялар менән алмашыу планлаштырыла, бында беҙҙең алда бик етди хеҙмәттәшлек перспективалары тора», —тип иҫәпләй Джоомарт Оторбаев.
1 из 4
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика