ӨФӨ, 2014 йыл, 3 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. 2015 йылда туплау пенсияһын финанслауға күсерелгән иғәнәләр Рәсәй мотлаҡ пенсия страховкаһы системаһының «бүлеү» өлөшөнә
күсереләсәк, страховкаланған кешенең шәхси иҫәбендә сағыласаҡ һәм страховкалау пенсияһын финанслауға йүнәлтеләсәк. Владимир Путин «Пенсия тупланмалары булдырыу мәсьәләләре буйынса Рәсәй Федерацияһындағы айырым закондар сығарыу акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы Федераль законға ҡул ҡуйған.