11:18 (UTC+5), 28 Ноябрь 2014

Лилиә Ғүмәрова Өфө мәктәптәренең береһендә Изгелек дәресе уҙғарасаҡ

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 28 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостандан сенатор Лилиә Ғүмәрова 3 декабрҙә Халыҡ-ара инвалидтар көнөндә Изгелек дәресен уҙғарыу идеяһын хупланы. Был инициатива менән Рәсәй Йәмәғәт палатаһының Ғаилә, әсәлек һәм балалыҡҡа ярҙам итеү комиссияһы рәйесенең беренсе урынбаҫары Диана Гурцкая сығыш яһаны. Мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн инклюзив белем биреүҙе хоҡуҡи тәьмин итеүҙә көнүҙәк мәсьәләләргә арналған түңәрәк өҫтәлдә ул Халыҡ-ара инвалидтар көнөндә Рәсәй мәктәптәрендә изгелек дәрестәре үткәрергә тәҡдим итте.
Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова сенаторҙарға был инициатива хаҡында һөйләне.
- Хөрмәтле хеҙмәттәштәр, ошондай тәҡдим индерәм: 3 декабрь алдынан һаулыҡ мөмкинлектәре сикле булыуына ҡарамаҫтан, тормошта үҙҙәренең лайыҡлы урындарын таба алған спортсыларҙы (паралимпиада ҡатнашыусыларын), уҡытыусыларҙы, ғалимдарҙы, медицина хеҙмәткәрҙәрен, билдәле кешеләрҙе бөтә төбәктәр мәктәптәрендә «Изгелек дәрестәрендә» ҡатнашһын өсөн һеҙҙең ярҙамығыҙ менән йәлеп итергә, — тип мөрәжәғәт итте хеҙмәттәштәренә парламентарий.
Лилиә Ғүмәрова Изгелек дәресен Өфө мәктәптәренең береһендә уҙғарырға планлаштыра.
2014 йылдың 29 авгусында Рәсәй Президенты Владимир Путин «Селигер» йәштәр форумында ҡатнашыусылар менән осрашҡанда Рәсәй мәктәптәрендә инвалидлыҡты аңлау дәрестәрен уҙғарыу тураһындағы тәҡдимде хупланы.
Дәрестәрҙең маҡсаты – инвалид кешеләргә мәктәп уҡыусыларында толерантлы мөнәсәбәт булдырыу. Балалар инвалидлыҡтың кешенән ситләшеү өсөн сәбәп булмауын аңларға тейеш.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика