05:54 (UTC+5), 28 Ноября 2014

Константин Толкачев Төркиәнең Бөйөк Милли Йыйылышы делегацияһы менән осрашты

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 28 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостандың Дәүләт Йыйылыш Йортонда республика парламенты Рәйесе Константин Толкачев Төркиәнең Бөйөк Милли Йыйылышы делегацияһы менән осрашты. Дәүләт Йыйылышы спикеры Төркиәнең Бөйөк Милли Йыйылышының Рәсәй менән Дуҫлыҡ төркөмө етәксеһе Сәлих Капусуз менән әңгәмәләште, яҡтар иҫтәлекле бүләктәр биреште.
Константин Толкачев Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫеше тураһында һөйләне, 2015 йылда республиканың ШОС һәм БРИКС эре халыҡ-ара саммиттарын уҙғарыу урыны буласағын хәтергә алды.
- Башҡортостан ошондай юғары кимәлдәге саммиттарҙы уҙғарыу урыны итеп тиккә генә һайланмаған. Республикабыҙ халыҡ-ара һәм тышҡы иҡтисади хеҙмәттәшлекте әүҙем үҫтерә, донъяның 90-дан ашыу иле менән сауҙа-иҡтисади бәйләнеште тота. Төркиә Республикаһы менән хеҙмәттәшлегебеҙ уңышлы тышҡы сауҙа бәйләнештәре үҫешенең миҫалы булып тора ала. 1996 йылдың июненән алып Башҡортостан Республикаһы һәм Төркиә Республикаһы Хөкүмәттәре араһында сауҙа-иҡтисади, ғилми-техник һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһындағы Килешеү ғәмәлдә, — тип хәбәр итте Константин Толкачев.
БР Дәүләт Йыйылышы Рәйесе ике яҡлы хеҙмәттәшлектең машина эшләүҙә, нефть химияһында, ауыл хужалығында, туризмда, шулай уҡ еңел һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәттәрендә уңышлы үҫеүен билдәләне.
- Республикабыҙҙан яғыулыҡ-энергетика комплексы продукцияһы, дизель яғыулығы, органик химия, ашламалар, полиэтилен, синтетик каучук экспортлана. Төркиәнән машиналар һәм ҡорамалдар, резина, быяла ҡойоу өсөн формалар, экскаваторҙар, тағылмалар һәм цистерналар, металдар һәм уларҙан изделиелар, шулай уҡ аҙыҡ-түлек индерелә, — тип аңлатты Константин Толкачев.
Республика парламенты Рәйесе Башҡортостанда Төркиә капиталы ҡатнашлығында ойошторолған 93 предприятиеның эшләгәненә аныҡлыҡ индерҙе. Уртаҡ предприятиелар күбеһенсә күмәртә һәм ваҡлап һатыуҙа, төҙөлөштә, аҙыҡ-түлек, йорт йыһазы, кейем, ҡорамалдар етештереүҙә, шулай уҡ кафе һәм ресторандар эшмәкәрлеген ойоштороуҙа махсуслаша.
Үҙ сиратында, Сәлих Капусуз сәфәрҙең әһәмиәтен билдәләне.
- Көнбайыштың күп кенә илдәре Рәсәйгә ҡаршы санкциялар индерҙе, бәхәстәр шулай уҡ Төркиә эргәһенә лә яҡынлаша. Дуҫлыҡ тарихтың нәҡ ошондай ҡатмарлы осоронда билдәләнә, — тине Төркиә делегацияһы башлығы.
Ул Башҡортостан менән Төркиә араһында сауҙа мөнәсәбәттәрен артабан да үҫтереү, уларҙы яңы кимәлгә сығарыу кәрәклеген айырып әйтте.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Телефон
(347) 250-05-07
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика