06:15 (UTC+5), 27 Ноября 2014

Салауат Харасов Башҡортостандың Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе итеп һайланды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 27 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Салауат Харасов Башҡортостандың Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе итеп һайланды. Ҡарар берҙәм тауыш менән БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 14-се ултырышында ҡабул ителде. Башҡортостан Президенты индергән кандидатура алдан ҡарала һәм Дәүләт Йыйылышының даими Комитеттары ултырыштарында хуплана.
Пленар ултырыштың көн тәртибенә индерелгән һорауҙарҙың икәүһе Контроль-иҫәп палатаһы эше менән бәйле: «Башҡортостан Республикаһы Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе вазифаһына Харасов Салауат Фәттәх улы кандидатураһы тураһында» һәм «Башҡортостан Республикаһы Контроль-иҫәп палатаһы структураһы һәм штат һаны хаҡында»ғы ҡарар проекты.
Салауат Харасов юридик белемгә эйә. Новосибирск юғары хәрби-сәйәси училищеһын һәм Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. 2009 йылдың 26 ноябренән алып Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы ҡарары менән республиканың Контроль-иҫәп палатаһын етәкләй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика