Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+11 °С
09:51 (UTC+5), 27 Ноября 2014

«Башҡортостан Республикаһы Башлығы тураһында»ғы закон проекты беренсе уҡыуҙа ҡабул ителде

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 27 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары пленар ултырышта «Башҡортостан Республикаһы Башлығы тураһында»ғы закон проектын ҡараны. Новелла Дәүләт төҙөлөшө, хоҡуҡ тәртибе һәм суд мәсьәләләре буйынса комитет тарафынан әҙерләнгән.
Закон проекты республиканың иң юғары вазифалы кешеһенең исемен үҙгәртеү менән бәйле һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығы эшмәкәрлегенең хоҡуҡи нигеҙҙәрен һәм хоҡуҡ гарантияларын билдәләй: һайлау тәртибе, ҡабул ителәсәк анттың тексы, дәүләт менән идара итеү өлкәһендәге ҡануни вәкәләттәр, уларҙы ваҡытынан алда туҡтатыу тәртибе, биреләсәк айырым хоҡуҡтар, отставкаға киткәндән һуңғы статус.
Комитет рәйесе Виктор Пчелинцев аңлатыуынса, 2014 йылдың 4 мартындағы федераль ҡануниәткә ярашлы Башҡортостан Конституцияһына республиканың юғары вазифалы кешеһенең вазифаһын икенселәй исемләү тураһындағы төҙәтмәләр индерелде. Күсмә осор үткәндән һуң, йәғни 2015 йылдың 1 ғинуарынан үҙгәрештәрҙең ҡануни рәүештә үҙ көсөнә инеүе беркетелгән. Дәүләт төҙөлөшө буйынса комитет РФ һәм БР Конституцияларына ярашлы республика Башлығы эшмәкәрлегенең дөйөм хоҡуҡи нигеҙҙәрен һәм гарантияларын билдәләүсе закон проектын әҙерләгән.
Депутаттар проектты беренсе уҡыуҙа ҡабул итте.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика