Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+16 °С
11:59 (UTC+5), 27 Ноября 2014

2015 йылға 2016, 2017 йылдарҙың план осорона Башҡортостан бюджеты проекты икенсе уҡыуҙа ҡабул ителде

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 27 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостан парламентарийҙары пленар ултырышта республиканың төп финанс документы проектына төҙәтмәләр ҡараны. «2015 йылға 2016, 2017 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында»ғы закон проектын профилле Комитет икенсе уҡыуға әҙерләгән. Депутаттар закон проектына Башҡортостан Президенты тәҡдим иткән өҫтәмәләрҙе хупланы.
Бюджет, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм территориаль үҫеш комитеты рәйесе Рузилә Хисмәтуллина бер нисә төҙәтмәләр төркөмө хаҡында тулыраҡ һөйләне. Уларҙың беренсеһе федераль бюджеттан республика ҡаҙнаһына кире ҡайтарыуһыҙ күсәсәк сараларҙың күләмен асыҡлау менән бәйле.
Төҙәтмәләрҙең икенсе өлөшө федераль һалым ҡануниәтенең үҙгәреүенә ҡағыла: нефть тармағында «һалым маневрын» индереү, уның һөҙөмтәһендә нефть продукттарына акциздар буйынса табыш түбәнәйә, шулай уҡ һыраға һәм алкоголгә акциздар буйынса ставкаларҙы «туңдырыу», уның арҡаһында был акциздарҙан кергән килемдең суммаһы кәмейәсәк. Бынан тыш, нефткә хаҡтарҙың төшөүе һәм сығымдарҙың үҫеү тәьҫире менән бәйле ойошмалар табышына һалым инеүҙәр ҡыҫҡара.
Өсөнсө төҙәтмәләр төркөмө Башҡортостандың айырым норматив-хоҡуҡи акттарын ҡабул итеүгә нигеҙләнгән, уға ярашлы республика бюджетының күләме төҙәтелгән.
Индерелгән үҙгәрештәрҙән һуң алдағы өс йылға республиканың төп финанс документының параметрҙары ошолай килеп сыға: 2015 йылда кире ҡайтарыуһыҙ саралар инеүҙе иҫәпкә алғанда бюджет табышының күләме 120,8 миллиард һум, сығымы — 134,8 млрд, 2016-сыла — тейешенсә, 125,1 һәм 136,1 млрд, 2017-селә — 133,5 һәм 143,5 миллиард һум тәшкил итәсәк. Дефицит тәү тапҡыр билдәләнгән кимәлдә ҡаласаҡ — ярашлы рәүештә, 14, 11 һәм 10 миллиард һум.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика