12:56 (UTC+5), 26 Ноября 2014

Республиканың Йәштәр палатаһы лидеры Таһир Ғизәтуллин Дәүләт Думаһының Йәштәр парламентында комиссияны етәкләне

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 26 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Дәүләт Думаһы ҡарамағындағы Йәштәр палатаһының Һаулыҡ һаҡлау һәм экология буйынса комиссияһын БР Ҡоролтайы ҡарамағындағы Йәштәр палатаһы рәйесе Таһир Ғизәтуллин етәкләне, тип хәбәр иттеләр палатаның матбуғат хеҙмәтенән.
Ҡарар шаршамбы, 26 ноябрҙә, ошо көндөрҙә Төмән ҡалаһында барған, Дәүләт Думаһы ҡарамағындағы Йәштәр парламентының күсмә ултырышында ҡабул ителде. Ултырыш рәйесе – Дәүләт Думаһы вице-спикеры Сергей Железняк.
- Тәү сиратта республиканың Дәүләт Йыйылышына Башҡортостандың Йәштәр палатаһына булышлыҡ итеүе өсөн рәхмәтлемен. Был вазифала закондар сығарыу эшенә һәм проект эшмәкәрлегенә ҙур иғтибар бүленәсәк, — тип һөйләне Таһир Ғизәтуллин.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Таһир Ғизәтуллин Төмәндәге форумда Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһының закондар сығарыу инициативаларын тәҡдим итә. Башҡортостан йәштәре биш тәҡдим әҙерләгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика