Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
-0.88
92.22
-1.03
67.96
+2.11
22+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
24 Ноябрь 2014, 14:58

Рөстәм Хәмитов Салауат һәм Ҡыйғы райондарында булды

БР Президентының матбуғат хеҙмәте
БР Президентының матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2014 йыл, 24 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 22 ноябрҙә Рөстәм Хәмитов эш сәфәре барышында Ҡыйғы һәм Салауат райондарында булды. Республика башлығы территорияларҙың социаль-иҡтисади үҫеше һөҙөмтәләрен һәм перспективаларын баһаланы, етештереү һәм ауыл хужалығы предприятиеларын, шулай уҡ бер нисә социаль һәм инфраструктура объектын ҡараны.
Ҡыйғы районында Рөстәм Хәмитов ПВХ-тәҙрә, евроштакетник, сүкелгән изделиелар һәм ишектәр етештереүсе «Лидер» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең эше менән танышты. Яҡын киләсәктә шулай уҡ профнастил етештереү өсөн ҡорамалдар алыу күҙаллана.
Республика башлығын айырыуса евроштакетниктар ҡыҙыҡһындырҙы. Предприятие директоры Радик Әхмәтйәнов производствоны 2012 йылда асыуын һөйләне. Был продукция төҫтәрҙең ҙур гаммаһы арҡаһында халыҡта ҙур ихтыяж менән файҙалана.
- Бик яҡшы эш. Сетка менән кәртәләнгәндә - матур түгел. Ә бындай текмәне ҡуйҙың да – һәйбәт. Бындай рәшәткәләрҙе балалар баҡсалары ла, мәктәптәр ҙә, ойошмалар ҙа ҡуясаҡ. Был бит профнастилдән тотош текмәгә ҡарағанда яҡшыраҡ. Пропагадаларға кәрәк, – тине Рөстәм Хәмитов.
Предприятиела Донецк өлкәһенән Башҡортостанға ғаиләһе менән мәжбүри күсеп килгән, элекке шахтер эшләй. Республика Президенты уның йәшәү шарттары, киләсәккә пландары менән ҡыҙыҡһынды.
- Участок алырға, өй төҙөргә кәрәк. Бында тыныс, яҡшы эшләргә була, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Уңыштар теләйем! Ярҙам итәсәкбеҙ.
Ҡыйғы теген фабрикаһында булғанда республика башлығы уңышлы эшләүсе предприятие ойоштороуҙың ыңғай тәжрибәһен юғары баһаланы. 2013 йылдан алып предприятие Рәсәй Ҡораллы көстәренең ябай һәм сержант составы өсөн хәрби артмаҡлы сумка, патрон сумкаһы һәм медицина сумкаһы тегеү менән шөғөлләнә. 2014 йылдың алты айында 7,7 миллион һумлыҡ тауар тегелгән. Бөтә кимәлдәге бюджеттарға һалым индереү күләме 1,6 миллион һум тәшкил иткән. Предприятие директоры Ришат Вәлиев киләсәктә етештереү ҡеүәтен киңәйтергә һәм яңы эш урындары булдырырға ниәтләнеүҙәрен белдерҙе.
Салауат районында төбәк етәксеһе Малаяҙ ауылында шәхси эшҡыуар Рәүф Шакировтың етештереү ҡеүәттәрен ҡараны. Район үҙәгендә ул профнастил етештереү һәм икмәк, икмәк-күмәс ашамлыҡтары бешереү буйынса бәләкәй икмәкхана цехтары ойошторған.
Эшҡыуар Башҡортостан Президентына быйыл 83 тонна икмәк һәм 11,8 мең квадрат метр профнастил етештерелеүен һөйләне, ул былтырғы күрһәткестәрҙән 89 һәм 72 процентҡа күберәк.
Республика башлығы эшҡыуарлыҡ берләшмәһе яғынан бындай инициативаны хуплауын билдәләне. Уның фекеренсә, бәләкәй бизнес – яңы эш урындары булдырырға ғына түгел, ә урындағы бюджетты ла тулыландырырға мөмкинлек биреүсе иң ҡулайлы райондар үҫеше формаһы.
Читайте нас: