08:00 (UTC+5), 21 Ноября 2014

Лилиә Ғүмәрова: «Инклюзия иллюзияға әйләнмәһен өсөн, аңыбыҙҙағы ҡаршылыҡтарҙы емерергә кәрәк»

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 21 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Федерация Советында «Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн инклюзив белем биреүҙең торошо һәм ҡануни тәьминәттең көнүҙәк проблемалары» темаһына «түңәрәк өҫтәл» уҙҙы.
Сараны асып, Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары, Башҡортостандан сенатор Лилиә Ғүмәрова, «Рәсәй Федерацияһында белем биреү тураһында»ғы Федераль закон һәм 2012-2017 йылдарға балалар мәнфәғәттәрендә милли эшмәкәрлек стратегияһы инклюзив белем биреүҙең хоҡуҡи нигеҙе булып тора, тип билдәләне.
Сенаторҙың фекеренсә, уҡыусыларҙың инвалид һәм мөмкинлектәре сикләнгән балалар менән бергәләп уңышлы аралашыуында төп мәсьәләләрҙең береһе – уларға ҡарата дуҫтарса, толерантлы мөнәсәбәт булдырыу. Лилиә Ғүмәрова Башҡортостанда барған «Ҡаршылыҡтарҙы емереп» («Ломая барьеры») акцияһын миҫалға килтерҙе.
- Иң тәүҙә бындай балаларға ҡарата ҡаршылыҡтарҙы аңыбыҙҙа емерергә кәрәк, — тигән ышаныста Лилиә Ғүмәрова.
Сенатор Лилиә Ғүмәрова фекерләүенсә, инвалид балаларҙы сәләмәт балалар менән бергәләп уҡытыу принцибы – ул төп бурыс түгел. Иң мөһиме, ул бөгөн йәмғиәтебеҙҙә ғәрип балаларға һәм уларҙың проблемаларына, шулай уҡ зәғиф балаларҙың үҙҙәренең тирә-яҡ донъяға ҡарата дөрөҫ, толерантлы һәм һаҡсыл мөнәсәбәт булдырыу.
- Шулай уҡ һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар менән эшләүгә педагогтарҙың да айырым психологик һәм әҡлаҡи әҙерлеге талап ителә, — тине Лилиә Ғүмәрова. — Уҡытыусының инвалид балалар кеүек, сәләмәт балалар менән дә бер тиң еңел эшләй алыуы мөһим.
Түңәрәк өҫтәлдә билдәләүҙәренсә, 2011 йылда бөтә Рәсәй мәктәптәренең тик 2,5 проценты ғына һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе ҡабул итергә әҙер була, 2015 йылдың аҙағына уларҙың һаны 20 процентҡа тиклем арттырыласаҡ.
Инклюзив белем биреү проблемаларын тикшереүҙә Рәсәйҙең мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Вениамин Каганов, сенаторҙар Людмила Косткина, Елена Попова, Геннадий Савинов, Валерий Сударенков, Андрей Соболев, Рәсәйҙең хеҙмәт министрлығы, Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәтенең РФ субъекттарының башҡарма власть органдары эшмәкәрлеген күҙәтеү һәм контролдә тотоу идаралығы вәкилдәре, билдәле ғалимдар, юғары мәктәп һәм ғилми учреждениелар вәкилдәре, субъекттарҙан белем биреү ойошмалары һәм белем биреү идаралыҡтары органдары етәкселәре ҡатнашты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика