05:00 (UTC+5), 20 Ноября 2014

Республика Башлығы Стәрлебашта балалар баҡсаһы төҙөлөшөн тикшерҙе

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 20 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Стәрлебаш районы буйлап эш сәфәрендә йөрөгәндә, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 120 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлөшөнөң барышын тикшерҙе. Мәктәпкәсә учреждение Стәрлебаш ауылында һалына. Объектҡа заказ биреүсе – Башҡортостан Республикаһының Капиталь төҙөлөш идаралығы. Балалар баҡсаһы 2013 йылдың ноябрендә төҙөлә башланған. Әлеге ваҡытта объекттың әҙерлеге – 95 процент, тип хәбәр итә төбәк Башлығының матбуғат хеҙмәте.
БР Капиталь төҙөлөш идаралығы начальнигы Хәлим Шәйбәков, дәүләт менән килешеү буйынса төҙөлөш-монтаж эштәренең хаҡы 64 миллион һум тәшкил итте, тип хәбәр итә. Бер бала урыны 534 мең һумға барып баҫҡан. Уның әйтеүенсә, объектта бөтә ебәреү-көйләү эштәрен ноябрҙә тамамлау күҙаллана. Балалар баҡсаһы төҙөлә башлаған биҫтәнең мөһим өлөшөнә әйләнәсәк.
Стәрлебаш районы хакимиәте башлығы Фәнүр Туҡтаров артабан мәктәп һәм балалар баҡсаһын бер бинала берләштерергә планлаштырылыуын һөйләне. Рөстәм Хәмитов был фекерҙе хупланы, айырыуса 2016 йылдан алып Башҡортостанда мәктәптәр төҙөү буйынса масштаблы республика программаһының башланыуы күҙлегенән сығып ҡарағанда.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика