04:22 (UTC+5), 20 Ноября 2014

Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Стәрлебаш районында булды

БР Президентының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 20 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре барышында Стәрлебаш районында булды. Республика башлығы территорияны социаль-иҡтисади үҫтереү һөҙөмтәләре менән танышты, инвесторҙар йәлеп итеү перспективаларын баһаланы, шулай уҡ бер нисә социаль, инфраструктура һәм ауыл хужалығы объектында булды.
Башҡортостан Президентының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Лесной Кордон ҡасабаһында Рөстәм Хәмитов «Орленок» балалар һауыҡтырыу-уҡытыу үҙәгендә булды. Үткән быуаттың 70-се йылдарынан эшләп килгән, лагерь йыл һайын дүрт смена ҡабул итә, һәр ҡайһыһында 350-ләр кеше.
Шулай ҙа, учреждениеның директоры Гөлсирә Ибәтуллина әйтеүенсә, ял итеү һәм һауыҡтырыу өсөн ҙур потенциалға эйә булып, «Орленок» лагеры йылытылмау сәбәпле йәйге осорҙа ғына эшләй. Мәжбүри эшлекһеҙлек ваҡытында матди-техник базаны ҡарауға һәм үҫтереүгә аҡса эшләү, район халҡы өсөн өҫтәмә эш урындары булдырыу мөмкинлеге юғала.
120 урынлыҡ администрация корпусында йылылыҡ үткәрелгән, пластик тәҙрәләр ҡуйылған. Лагерҙы йыл әйләнәһенә эшләтеү өсөн 6,5 миллион һум күләмендә финанслау талап ителә. Балалар һауыҡтырыу-уҡытыу үҙәге директоры, был көҙгө, ҡышҡы һәм яҙғы каникулдар ваҡытында балаларҙы ҡабул итергә, спорт ярыштары уҙғарырға, ғаилә ялы ойошторорға мөмкинлек бирәсәк, тип иҫәпләй.
- Миңә проекттың иҡтисады кәрәк. Әгәр «плюс» йәки кәмендә «ноль» менән сыҡһаҡ – уйланырға мөмкин, әммә тағы ла зыяндар өҫтөнлөк итһә, бында фекер алышыу файҙаһыҙ, — тине Башҡортостан Президенты.
Рөстәм Хәмитов лагерға, шул иҫәптән этнотуризм өлкәһендә өҫтәмә хеҙмәттәр күрһәтеү мөмкинлеген ҡарарға, шулай уҡ шәхси инвестициялар йәлеп итеү мәсьәләһен эшләргә тәҡдим итте.
Бынан тыш, район етәкселеге балалар һауыҡтырыу үҙәгенә 2006 йылда «Йәйғор» моторҙар эшләү идаралығы төҙөгөн, артабан банкротланған, саңғы базаһы бинаһын һәм биләмәне бирергә ҡарар сығарған. Әлеге ваҡытта бында Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә шөғөлләнеүсе балалар өсөн саңғы һәм еңел атлетика буйынса күнекмәләр ойошторолған.
Саңғы базаһын ҡарау ваҡытында республика Башлығы туристарға йәшәү һәм спортсыларға шөғөлләнеү өсөн оптималь һәм заманса шарттар булдырыу кәрәклеген билдәләне.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика