06:21 (UTC+5), 20 Ноября 2014

Рөстәм Хәмитов Баҡый һөт-тауар фермаһының реконструкцияһын баһаланы

БР Президентының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 20 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Республика Президенты Рөстәм Хәмитов Стәрлебаш районына эш сәфәре барышында «500 ферма» республика маҡсатлы программаһында ҡатнашыусы, «Правда» агрофирмаһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Баҡый һөт-тауар фермаһында булды, тип хәбәр итә Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте.
Ауыл хужалығы предприятиеһы етәксеһе Эдуард Аветисян ошо программа ярҙамында һөт блогы һәм йәйге лагерҙың төҙөкләндерелеүен, һөт һауыу буйынса яңы заманса ҡорамал ҡуйылыуын һөйләне. Быйыл ике быҙау аҙбарында капиталь ремонт эшләнгән, 180 башлыҡ һыйыр һарайы өсөн бина төҙөлә башланған. Малсылыҡ бинаһы 2014 йылдың аҙағына тиклем сафҡа индерелергә тейеш.
2015 йылда оҡшаш проект буйынса 180 баш һыйыр өсөн тағы ла бер аҙбар һалыу планлаштырылған, шулай уҡ йәшелсә культуралары үҫтереү өсөн ябыҡ теплица төҙөү.
Рөстәм Хәмитов башҡарылған эште юғары баһаланы һәм хөкүмәт кимәлендә проектҡа булышлыҡ итергә вәғәҙәләне.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика