05:51 (UTC+5), 18 Ноябрь 2014

«Ауыл табибы» программаһы 2015 йылда дауам итәсәк

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 18 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. «Ауыл табибы» программаһын ғәмәлгә индереүҙе 2015 йылда дауам итеү күҙаллана. Дәүләт Думаһы «2015 йылға 2016, 2017 йылдарҙың план осорона Федераль мотлаҡ медицина страховкалау фонды бюджеты тураһында»ғы федераль закон проектын икенсе уҡыуҙа ҡабул итте. Программа ауыл ерендә эшләргә теләк белдергән йәш белгестәргә бер миллион һум күләмендә бер тапҡыр бирелеүсе компенсация түләүҙе ҡарай.
- «Берҙәм Рәсәй» партияһы инициативаһы буйынса компенсация биреү өсөн медицина хеҙмәткәрҙәренең йәше 45 йәшкә тиклем арттырыласаҡ, — тип аңлатты Һаулыҡ һаҡлау буйынса комитет ағзаһы Сәлиә Мырҙабаева. — Билдәләнгән маҡсаттарға 2015 йылда 3,2 миллиард һум бүлеү ҡаралған, ул ауыл биләмәләренә һәм ҡасабаларға эшкә алты меңдән ашыу медицина хеҙмәткәрен йәлеп итергә мөмкинлек бирәсәк. Тейешле үҙгәрештәр «Рәсәй Федерацияһында мотлаҡ медицина страховкалау тураһында»ғы 326-сы федераль законға индерелә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2012, 2013 йылдарҙа «Ауыл табибы» программаһы ауылда эшләү өсөн 35 йәшкә тиклемге өҫтәмә 12 мең йәш табипты йәлеп итергә мөмкинлек бирҙе. 2014 йылда тағы ла алты мең белгес эшкә тотонорға тейеш.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика