Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.31
-0.38
98.47
-0.09
83.75
+0.22
6+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
17 Ноябрь 2014, 14:52

Владимир Путин «Егерме төркөмө» саммиттарында ҡатнашыусыларҙы Өфөлә БРИКС саммиттарына саҡырҙы

ӨФӨ, 2014 йыл, 17 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Австралияла «Егерме төркөмө» саммиттары башланыр алдынан БРИКС дәүләттәре һәм башлыҡтарының осрашыуы уҙҙы, унда Рәсәй Президенты Владимир Путин, Бразилия Президенты Дилма Роуссефф, Ҡытай Халыҡ Республикаһы Рәйесе Си Цзиньпин, Һиндостан Премьер-министры Нарендра Моди, Көньяҡ-Африка Республикаһы Президенты Джейкоб Зума ҡатнаштылар.
- Хөрмәтле хеҙмәттәштәр, дуҫтар! — тип мөрәжәғәт итте йыйылғандарға Владимир Путин. — «Егерме төркөмө» сиктәрендә осрашыуыбыҙ бик файҙалы һәм мөһим тип иҫәпләйем, сөнки ул ғәйәт ҙур мәғлүмәт ағымында, әүҙем үҫешеүсән иҡтисадтарҙың ҡыҙыҡһыныуын иҫәпкә алып, донъя сауҙаһы, донъя финанстарының торошо хаҡында, донъя иҡтисадындағы хәлде яҡшыртыу өсөн нисек бергәләп эшләү кәрәклеге тураһында ҡараштарыбыҙҙа йүнәлеш алырға мөмкинлек бирә.
Шул юҫыҡтан билдәләп үтәһем килә, БРИКС-та үҙ финанс институттарын булдырыу буйынса хәлдәр уңышлы үтәлә. Бразилия Президенты Дилма Роуссефф ханым яңы ғына шуның хаҡта хәтергә алды. Форталезда саммитта ойошторолған Үҫеш банкын һәм Шартлы валюта резервтары пулын булдырыу тамамлана. Уларҙың капиталаның дөйөм күләме ярайһы уҡ – 200 миллиард доллар. Шулай итеп, глобаль иҡтисадта көрсөк хәле килеп тыуған осраҡта, милли капитал баҙарын тотороҡландырырға һәләтле беҙҙең дөйөм механизмдар барлыҡҡа киләсәк. Өҫтәүенә, күмәкләп кредит биреү өсөн яңы мөмкинлектәр сауҙа һәм инвестиция бәйләнештәрен киңәйтергә тәьҫир итәсәк.
Шуныһы мөһим, «бишлектә» ҡатнашыусылар араһындағы үҙ-ара эшмәкәрлек башҡа йүнәлештәр буйынса ла нығына. Сәнәғәт һәм технологик кооперацияһы һөҙөмтәлерәк була башланы. Энергетика, файҙалы ҡаҙылма байлыҡтары сығарыу һәм эшкәртеү, агроиндустрия, юғары технологиялар кеүек өлкәләрҙә яңы уртаҡ проекттар барлыҡҡа килә. Халыҡ-ара мәғлүмәт именлеге мәсьәләләре буйынса дөйөм ҡараштан сығып эш итәбеҙ, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф һәм фәнде үҫтереүҙә киҫкен социаль проблемаларҙы хәл итеүҙә тәжрибә уртаҡлашабыҙ.
Хөрмәтле дуҫтар һәм хеҙмәттәштәр. Киләһе йылдың апреленән алып БРИКС-та рәйеслек Рәсәйгә күсә. Берҙәмләшеүебеҙ сиктәрендә беҙҙең тырышлыҡ хеҙмәттәшлекте артабан киңәйтеүгә йүнәлтеләсәк. Рәсәй яғы иҡтисади уҙаҡташлыҡ стратегияһы һәм инвестиция хеҙмәттәшлегенең «юл картаһы» проекттарын әҙерләй. Һеҙҙе барығыҙҙы ла киләһе йылдың 8-9 июлендә Рәсәйҙең Өфө ҡалаһына уртаҡ эш өсөн саҡырам. Был сараға күмәкләп әҙерләнәсәкбеҙ.
Читайте нас: