04:54 (UTC+5), 17 Ноября 2014

Башҡортостан Президенты агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградаларын тапшырҙы

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 17 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Үткән көндәрҙә Өфөлә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәренә республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында – механизаторҙар, тракторсылар, хужалыҡ етәкселәре, агрономдар, инженерҙар. Айырма билдәләре, почет грамоталары, маҡтаулы исемдәр, рәхмәт хаттары 35 кешегә тапшырылды.
- Ауылда эшләгәндәргә тәрән хөрмәт менән ҡарайбыҙ. Барыһы өсөн дә бик мөһим, кәрәкле эш икәнлеген аңлайбыҙ. Һис шикһеҙ, батырҙарса хеҙмәт, һәйбәт эш, үҙенең көндәлек эшенә яҡшы мөнәсәбәт өлгөһө күрһәткәткәндәрҙең эшмәкәрлеген лайыҡлы баһаларға тейешбеҙ, —тине республика Президенты. — Ауыл хужалығын, күп ресурс талап итеүсән тармаҡ булараҡ, уны алға этәреү ҡатмарлы булыуы аңлашыла. Әммә һуңғы йылдарҙа был бурысты яҡшы үтәйбеҙ һәм ауылды үҫтереүгә байтаҡ финанс ярҙамы йүнәлтәбеҙ. Быйыл да аграрийҙарға биргән вәғәҙәбеҙҙе үтәйбеҙ. Аҙаҡҡы һөҙөмтәлә ауыл хужалығының етештереү параметрҙары ла, бюджет аҡсаларына һәм ауыл хужалығы етештереүселәренең үҙ сараларына булдырылған инфраструктура ла быйыл яҡшы артым күрһәтәсәгенә ышанам.
Рөстәм Хәмитов ауыл хужалығы эшсәндәренең хеҙмәтен иген уңышы, һөт, ит етештереү ҡарашынан «дүртле» билдәһенә баһаланы.
- Бөгөн заманалар ябай түгел. Финанстар менән билдәле бер проблемаларҙың булыуы аңлашыла, әммә беҙҙең республика көслө. Был проблемалы ваҡыт осорона түҙергә тейешбеҙ. Үҙебеҙгә лә, республикабыҙ халҡына ла аграр секторҙың ышаныслығын, уның алдына ҡуйылған бурыстарҙы теләһә ҡайһы шарттарҙа: һауа торошо, финанс, социаль-сәйәсәтилә лә хәл итәсәген раҫлау зарур. Шулай һәр саҡ булды, шулай буласаҡ та, — тип иҫәпләй республика башлығы.
1 из 18
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика