Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.99
0
98.78
0
83.96
+0.69
4+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
13 Ноябрь 2014, 17:47

Рөстәм Хәмитов: «Менеджментты сиктән тыш бюрократлаштырыу һәм персонал менән эштең һөҙөмтәһеҙлеге компанияларҙың кадрҙар потенциалын көсһөҙләндерә»

ӨФӨ, 2014 йыл, 13 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 13 ноябрҙә республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Кеше капиталы менән идара итеү: үҙгәреш стратегияһы» III Төбәк-ара кадрҙар форумының пленар ултырышында сығыш яһаны.
Рөстәм Хәмитов сараның темаһы яңыраҡ ҡына уның Башҡортостан парламентына мөрәжәғәте менән күбеһенсә оҡшаш булыуын билдәләне.
- Беҙҙең республика парламенты хеҙмәт ресурстарын үҫтереү буйынса эшкә ҙур иғтибар бүлә. Был бөгөнгө көндөң иң мөһим һәм киҫкен проблемаһы. Хеҙмәт мөнәсәбәттәре, хеҙмәт, мәшғүллек, кеше капиталы мәсьәләләрен хәл итмәйенсә, алға китеш булмаясаҡ, — тине Башҡортостан Президенты.
Рөстәм Хәмитов предприятиелар һәм ойошмалар эшмәкәрлеге һөҙөмтәлелегенә тәьҫир итеүсе кадрҙар сәйәсәтенең «ауыртҡан урындарына» иғтибар итте.
- Республикабыҙҙағы хәл илдәге кеүек өлгөлө түгел. Күп кенә предприятиеларҙың тиҫтәләгән йылдар буйына тупланған проблемалары бар. Менеджментты сиктән тыш бюрократлаштырыу, элекке ҡағиҙәләр буйынса эшләү, персонал менән эштең һөҙөмтәһеҙлеге, алдан күрмәйенсә ҡарарҙар ҡабул итеү, социаль программаларҙы ҡыҫҡартыу күбеһенсә компанияларҙың кадрҙар потенциалын көсһөҙләндерә, — тип айырып әйтте республика башлығы.
Яҡын йылдарҙа кешелек ресурстары менән идара итеү сәйәсәтенә тәьҫир итеүе мөмкин булған мөһим аспекттар иҫәбендә Рөстәм Хәмитов эшләргә һәләтле йәштәге халыҡтың кәмеүен, миграция процестарының үҫеүен, хеҙмәт баҙары һәм профессиональ белем биреүҙең килешмәүен атаны.
- Илебеҙҙәге машина һәм приборҙар эшләүҙең, оборона-сәнәғәт комплексының, агропроизводствоның тиҙләтелгән үҫешендә яңы бурыстар квалификациялы хеҙмәткәрҙәрҙе һәм инженер-техник кадрҙарҙы киң әҙерләүҙе талап итә. Стратегик инициативалар агентлығы әҙерләгән «Яңы һөнәрҙәр атласы»нда иҡтисад һәм социаль өлкәнең 20-гә яҡын тармағында 140 яңы һөнәр иҫәпләнә, улар яҡын йылдарҙа ихтыяжға эйә буласаҡ. Бының хаҡта беҙ әлегә уйланмайбыҙ. Беҙ әле индустрия дәүере предприятиеларын сифатлы кадрҙар менән нисек тәьмин итеү тураһында баш ватабыҙ. Яңы һөнәрҙәр тураһында уйланырға ваҡыт, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
Башҡортостан Президенты форумда ҡатнашыусыларҙы кадрҙар сәйәсәтенең асыҡлығына, кадрҙар ҡарарҙарының нигеҙлелегенә һәм һөҙөмтәлелегенә ынтылырға саҡырҙы.
Сығыштың тулы стенограммаһы БР Президентының рәсми сайтында күрһәтелгән.
Читайте нас: