03:07 (UTC+5), 12 Ноября 2014

Николай Патрушев «Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены менән бүләкләнде

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 12 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. Рөстәм Хәмитов Рәсәй Именлек советы секретары Николай Патрушевты төбәк территорияһы һәм халҡының именлеген тәьмин итеү эшенә ҙур өлөш индергәне өсөн «Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены менән наградлау тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.
Николай Платонович Патрушев 1951 йылдың 11 июлендә Ленинградта тыуған. Армия генералы, юридик фәндәре кандидаты, Рәсәй Геройы. I, II, III һәм IV дәрәжәлеге «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн», Батырлыҡ, «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн», Почет ордендары кавалеры, бик күп миҙалдар менән бүләкләнгән. 1974 йылдан алып дәүләт именлеге органдарында хеҙмәт итә. РФ Президентының Контроль идаралығын етәкләй, ун йылға яҡын Рәсәй Федераль именлек хеҙмәте директоры була. 2008 йылдың майында дәүләт башлығының указы менән Именлек советы секретары итеп тәғәйенләнә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика