06:37 (UTC+5), 12 Ноября 2014

Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш федераль инспектор – Андрей Чечеватов

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 12 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Республика Йортонда Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич рәсми рәүештә Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш федераль инспекторҙы таныштырҙы. Ул, алдан Киров өлкәһе буйынса Баш федераль инспектор вазифаһын башҡарған, Андрей Чечеватов булды. Тантанала республика башлығы Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.
Андрей Викторович Чечеватов 1965 йылдың 18 ноябрендә Мәскәүҙә тыуған. 1987 йылда Ульяновск юғары команда училищеһын, 1997-лә — М.В.Фрунзе исемендәге Хәрби академияһын, 2002 йылда РФ Ҡораллы Көстәре Генераль штабының Хәрби академияһын тамамлай. 20 йылдан ашыу Рәсәй Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәт итә.
2006-2008 йылдарҙа — Рәсәйҙең Сит ил эштәре министрлығы ҡарамағындағы Дипломаттар корпусын хеҙмәтләндереү буйынса төп производство-коммерция идаралығы филиалының директор урынбаҫары, файҙаланыу идаралығы начальнигы. 2008 йылда «Стройинвест» яуаплығы сикләнгән йәмғиәтендә һәм «Макс» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтендә генераль директор урынбаҫары вазифаларын башҡара, 2009 йылда — Төбәк-ара бүлеү селтәрҙәре компанияһы холдингы идаралығы департаментының начальник урынбаҫары.
2009-2013 йылдарҙа «Недвижимость ИЦ ЕЭС» асыҡ акционерҙар йәмғиәте компаниялар төркөмө генераль директоры була.
2013 йылдан алып — Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге аппаратының Киров өлкәһе буйынса Баш федераль инспекторы.
1 из 8
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика