06:18 (UTC+5), 05 Ноября 2014

РФ Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Ольга Голодец һәм БР Президенты Рөстәм Хәмитов кәңәшмә уҙғарҙылар

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 5 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Республика Йортонда Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте вице-премьеры Ольга Голодец һәм Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов кәңәшмә уҙғарҙылар, унда республиканың социаль-гуманитар үҫеше мәсьәләләре тикшерелде. Кәңәшмәлә БР Хөкүмәте ағзалары, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостандың профилле министрлыҡтары һәм ведомстволары етәкселәре ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр БР Президентының матбуғат хеҙмәтенән.
Рөстәм Хәмитов Ольга Голодецҡа сәфәре өсөн рәхмәтен белдерҙе.
- Булған объекттарыбыҙҙы һәм нимә өҫтөндә эш алып барғаныбыҙҙы күрһәттек. Тиҙ һәм һөҙөмтәле хәл итеүҙе талап иткән мәсьәләләрҙе тикшерҙек, — тип билдәләне республика башлығы.
Рөстәм Хәмитов төбәктәге социаль сәйәсәт мәсьәләләренә ентекләберәк туҡталды.
- Социаль блок эшенә яуаплы ҡарайбыҙ. Бөтә республика менән был блокта кәмендә насар булмаһын тип тырышабыҙ, — тине төбәк етәксеһе. — Был бик ҡатмарлы, көсөргәнешле, ауыр эш. Беҙ бының барыһын да аңлайбыҙ, әммә бер үк ваҡытта һөҙөмтәләрҙең булыуын да талап итәбеҙ.
Башҡортостан Президенты өлгәшелгән һөҙөмтәләр тураһында һөйләне.
- Социаль өлкәне артабан яҡшыртыу өҫтөндә эшләйбеҙ. Был беҙгә ҡатмарлы бирелә. Сөнки бөгөн бюджетыбыҙҙың 70 проценттан ашыуы социаль өлкәләге сығымдарға йүнәлтелгән. Һәм тик 25 процентҡа яҡыны ғына үҫешкә ҡала. Хатта бындай хәлдә лә һаулыҡ һаҡлауға, мәғарифҡа, хеҙмәткә, социаль өлкәгә, мәҙәниәткә сығымдарҙы арттырасаҡбыҙ. Йүнәлеште үҙгәртергә уйламайбыҙ, — тине Рөстәм Хәмитов.
Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры, «бөгөн күргән нәмәләр – ул яҡшы, тотороҡло эш миҫалы. Бер көндә генә эшләнмәгәне күренеп тора. Күп кенә ҡала райондары буйлап уҙҙыҡ һәм бөтә нәмәнең дә тотороҡло эшләүен күрҙек», тип билдәләне.
Кәңәшмәлә социаль өлкәләге эштең өҫтөнлөктәре тикшерелде. Тулыһынса тексты Башҡортостан Президентының рәсми сайтында уҡырға мөмкин.
1 из 16
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика