04:57 (UTC+5), 31 Октября 2014

Константин Толкачев: «Алдыбыҙға эшләүсе кешенең хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлау бурысы ҡуйылды»

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 31 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Екатерина Соколова/. «Алдыбыҙға эшләүсе кешенең хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлау бурысы ҡуйылды», — тип Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Мөрәжәғәтнамәһенә комментарий бирҙе БР Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев.
- Мөрәжәғәтнамәлә дәүләт сәйәсәтенең төп өҫтөнлөктәре билдәләнгән – хеҙмәт кешеһенең хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлау. Эшләүсе халыҡ, бөтә үҙгәртеп ҡороуҙарҙың төп этәргес көсө була тороп, республиканың үҫешен, уның хәҙергеһен һәм киләсәген билдәләй, тип әйтеп китте Президент, — тине Константин Толкачев. — Хеҙмәт кешеләренең мәнфәғәттәре дәүләт бурыстарынан ситтә булырға тейеш түгел. Шунлыҡтан алдыбыҙға эшләүсе кешенең хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлау бурысы ҡуйылды. Был кешеләрҙең тормошон яҡшыртыу кәрәклеге тураһында күп һөйләнелгән сәйәси һүҙбәйләнеш түгел, ә бөтә дәүләт һәм муниципаль власть органдары системаһының, граждандар йәмғиәте институттарының аныҡ эшмәкәрлек йүнәлештәре.
Республика парламенты спикеры, Дәүләт Йыйылышы ҡабул иткән республика закондары һәм уларҙың үтәлешен контролдә тотоу депутаттар һәм власть органдары алдына ҡуйылған бөтә бурыстарҙы үтәүгә йүнәлтеләсәк, тип билдәләне.
- Хеҙмәт кешеләренең йәшәү сифаты яҡшырһын, республика мәнфәғәтенә эшләүселәр уны үҙенең көндәлек тормошонда тойһон өсөн беҙгә күп нәмә эшләргә кәрәк. Нәҡ ошо бөтә кимәлдәге властың эш сифаты күрһәткесе булырға тейеш, ә маҡроиҡтисади күрһәткестәр генә түгел.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика