10:40 (UTC+5), 31 Октября 2014

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышында даими нигеҙҙә эшләүсе депутаттарҙың һаны кәмене

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 31 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышында профессиональ даими нигеҙҙә эшләүсе депутаттарҙың һаны 22-нән 21-гә кәмене. «Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай тураһында»ғы БР законының 1-се статьяһына үҙгәрештәр индереү хаҡында»ғы тейешле закон проектын республика парламентарийҙары һуңғы уҡыуҙа ҡабул итте.
- Профессиональ даими нигеҙҙә эшләүсе, депутаттарҙың һанын үҙгәртеү Дәүләт Йыйылышының эшләү практикаһы менән бәйле һәм республиканың бюджет сараларын тотоноуҙы оптимилләштереүгә йүнәлтелгән, — тип аңлатты БР Дәүләт Йыйылышының Дәүләт төҙөлөшө, хоҡуҡ тәртибе һәм суд мәсьәләләре буйынса комитет рәйесе Виктор Пчелинцев.
Әлеге ваҡытта республика парламентында даими нигеҙҙә Дәүләт Йыйылышы рәйесе һәм уның урынбаҫарҙары, шулай уҡ комитет етәкселәре һәм уларҙың урынбаҫарҙары эшләй. Депутаттар һанының кәмеүе Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктур үҫеш буйынса комитет рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтовтың Дәүләт Думаһына депутат мандатын алыу менән бәйле.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика