09:53 (UTC+5), 30 Октябрь 2014

Һуңғы дүрт йылда эшһеҙҙәр һаны Башҡортостанда 40 процентҡа кәмегән

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 30 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, БР Дәүләт Йыйылышы депутаттары алдында үҙенең йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһап, һуңғы йылдарҙа республикала эшһеҙлек кимәленең кәмеүен билдәләне.
- 2010 йылда эшкә тотоноп, республиканың яңы Хөкүмәте күп кенә социаль проблемаларға юлыҡты. Беренсе планға бөтәһе өсөн ябай һәм асыҡ өҫтөнлөктәр сыҡты: эш, эш хаҡы, торлаҡ. Бөгөн был йүнәлештәр буйынса ыңғай һөҙөмтәләр бар тип әйтергә мөмкин, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. — Һуңғы дүрт йылда эшһеҙҙәр һаны Башҡортостанда 40 процентҡа кәмене. Ул күбеһенсә, 50 меңгә яҡын яңы эш урыны биргән (өҫтәүенә уларҙың 70 проценттан ашыуы – ауыл ерендә һәм бәләкәй ҡалаларҙа), инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһендә килеп сыҡты.
Республика етәксеһе, эш хаҡы 1,4 тапҡырға тиерлек үҫте, шул иҫәптән бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең – 1,7 тапҡырға, тип айырып әйтте. Торлаҡ төҙөлөшө күләмдәре хәтһеҙ артҡан. Дүрт йылда 10 миллиондан ашыу квадрат метр торлаҡ төҙөлгән.
- Йыл һайын социаль өлкәлә финанс сығымдар күбәйә. Республика был маҡсаттарға тупланған бюджеттың 70 проценттан күберәген йүнәлтә. 2010 йыл менән сағыштырмаса, мәғарифҡа, һаулыҡҡа, мәҙәниәткә, мохтаждарға ярҙам итеүгә, спортҡа, тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға, торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҫтереүгә һалынған саралар күләме бер ярым тапҡырҙан ашыуға артҡан һәм быйыл 130 миллиард һумдан уҙған, — тип билдәләне төбәк башлығы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика