07:50 (UTC+5), 30 Октября 2014

Республика башлығы: «Кешеләрҙең финанс именлегендә экономияларға ярамай»

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 30 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Республиканың Дәүләт Йыйылышы алдында йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһап, Башҡортостан Президенты, минималь эш хаҡын арттырыу әлегә йәшәү минимумы күләмененең күтәрелеүенә өлгөрмәй, тип билдәләне.
- Был мәсьәләне ваҡытында хәл итергә кәрәк. Кешеләрҙең финанс именлегендә экономияларға ярамай, — тигән бурыс ҡуйҙы Рөстәм Хәмитов.
Республика башлығы, «төп өҫтөнлөктәребеҙ иҫәбендә — аҙ тәьмин ителгән халыҡҡа социаль булышлыҡ итеүҙе көсәйтеү», тип айырып әйтте.
- Дүрт йыл эсендә пособиеларҙы, компенсацияларҙы, пенсияға өҫтәмәләрҙе, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр түләүгә субсидияларҙы түләүгә сығымдар бер ярым тапҡырға үҫте. Һәм йыл һуңына 8 миллиард һумға етәсәк, — тине Рөстәм Хәмитов. — Коммуналь хеҙмәттәргә тарифтарҙың үҫеүе менән бәйле адреслы социаль түләүҙәргә генә быйыл республика ҡаҙнаһында 700 миллион һумдан ашыу аҡса ҡаралған. Ул аҙ килемле халыҡтың, пенсионерҙарҙың финанс хәлен яҡшыртырға ярҙам итәсәк.
- Быйыл торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тарифтарының үҫеше ҙур булды. Федераль тариф хеҙмәте был мәсьәләлә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиеларына булышлыҡ итте, — тип билдәләне республика башлығы. — Пенсионерҙарҙың, түбән эш хаҡы алған кешеләрҙең кеҫәләренә ныҡ ҡына «һуғыусы» бындай үҫеш темптарын артабан булдырмаҫҡа кәрәк.
Шуның менән бәйле Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәтенең тейешле бүлектәренә киләһе йылда тарифтарҙы арттырыу кимәлен минималь күрһәткестәргә тиклем ҡайтанан ҡарарға ҡушты. Башҡортостан Президенты 2015 йылдың тәүге ярты йыллығында пенсионерҙарға һәм аҙ килемле граждандарға адреслы социаль түләүҙәр түләүгә төбәк бюджетында саралар ҡарарға йөкләмә бирҙе.
- Өҫтәүенә быйыл кинәт арттырылған түләүҙәрҙе компенсациялауҙы дауам итергә кәрәк, — тине республика башлығы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика