10:43 (UTC+5), 30 Октября 2014

Рөстәм Хәмитов: «Властың бурысы — эшләүсе кешенең хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлау»

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 30 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. — Республика кешеләре, эшсәндәре — беҙҙең иң мөһим стратегик ресурс һәм етәкселек иғтибарының төп объекты, — тип айырып әйтте Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, республика парламенты депутаттары алдында сығыш яһап.
Рөстәм Хәмитов эшләүсе халыҡтың хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлау, хеҙмәт темаһын бөгөнгө Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһе өсөн төп тема сифатында һайлаған.
- Властың бурысы — ғәҙел эш хаҡын түләү, һаулыҡты нығытыу, квалификацияны күтәреү, лайыҡлы тормош кимәле һәм сифаты менән тәьмин итеү өлөшөндә эшләүсе кешенең хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлау, — тип эштең артабанғы йүнәлешен билдәләне Башҡортостан Президенты. — Бөтә власть, бизнес, йәмәғәт ойошмалары тармаҡтарының һәм кимәлдәренең үҙ-ара тығыҙ эш итеүе талап ителә. Иҡтисади хәл ҡатмарлы, ҡайһы бер сит илдәр менән мөнәсәбәттәрҙең боҙолоуы төшөнкө кәйеф өсөн сәбәп булып торорға тейеш түгел. Ошо яңы ысынбарлыҡты тағы ла әүҙем эшмәкәрлек өсөн дәртләндереү сараһы, эске резервтарҙы асыҡлау һәм ҡулланыу өсөн мөмкинлек итеп ҡабул итергә кәрәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика