ӨФӨ, 2014 йыл, 30 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 29 октябрҙә Республика Йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Матбуғат һәм киң коммуникациялар буйынса федераль агентлыҡ (Роспечать) етәксеһе Михаил Сеславинский менән осрашты. Өфөгә ведомство башлығы киң мәғлүмәт сараларында патриотик тәрбиә темаһын иң яҡшы яҡтыртыуға XIII
«Рәсәй патриоты-2014» бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһында ҡатнашыу өсөн килгәйне. Осрашыу барышында яҡтар конкурс һөҙөмтәләрен, шулай уҡ республикала алдағы Әҙәбиәт йылын үткәреү менән бәйле мәсьәләләрҙе тикшерҙе.