06:51 (UTC+5), 30 Октября 2014

Рөстәм Хәмитов БР Дәүләт Йыйылышына йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһаны

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 30 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары алдында йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһаны. Республика парламентына үҙенең бишенсе мөрәжәғәтендә Рөстәм Хәмитов алдағы йылдарға һәм алыҫ перспективаға Башҡортостан үҫешенең төп йүнәлештәрен билдәләне. Рөстәм Хәмитов тәүге тапҡыр Мөрәжәғәтнамә менән 2011 йылдың 15 мартында сығыш яһай.
Кешеләрҙең йәшәү сифатын яҡшыртыу, илдең иҡтисади һәм социаль үҫешендә лидерҙарҙың береһе булған Башҡортостандың артабанғы үҫеше – бөтә республика Президенты мөрәжәғәттәренең төп фекере булды һәм шулай булып ҡала.
Сығышын башлап төбәк башлығы, республиканың ҡаҙанышы – ул бер нисә быуын хеҙмәткәрҙәренең тырышлыҡ һөҙөмтәһе, тип билдәләне.
- Эш кешеләре – иҡтисадтың төп этәргес көсө. Нәҡ уларҙың профессиональ әҙерлеге, компетенциялары, белемдәре һәм оҫталыҡтары иҡтисади һәм социаль именлектең тотороҡло нигеҙен булдыра, — тине Рөстәм Хәмитов.
Республика етәксеһе ябай кешеләрҙең йыш ҡына сәйәсәт ҡорбандары булып ҡалыуҙарын билдәләне. Миҫал сифатында Рөстәм Хәмитов, хаҡтарҙың кинәт артыуына, предприятиеларҙың ябылыуына, күмәк кешеләрҙең эшһеҙ ҡалыуына килтергән, уйлап еткерелмәгән баҙар үҙгәртеп ҡороуҙарын һәм иҡтисади көрсөктө атаны.
- Былар барыһы ла иң тәүҙә ябай кешеләрҙә сағылыш таба, уларҙы фәҡирлек сигенә этәрә — тине Башҡортостан Президенты.
Рөстәм Хәмитовтың фекере буйынса, 21 быуат башы — «илдең яңынан тупланыу, уның иҡтисади ҡеүәтен нығытыу, социаль сәйәсәтте үҫтереү ваҡыты».
- Бында Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың айырым роле тураһында билдәләп үтергә кәрәк. Уның сәйәси ихтыяжы менән эҙмә-эҙлекле дәүләт стратегияһы нығытыла.
Республика башлығының БР Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамәһе БР Президентының рәсми сайтында баҫылған.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика