09:17 (UTC+5), 30 Октября 2014

Демографик күрһәткестәр макроиҡтисади индикаторҙарға ҡарағанда, күберәк йәмәғәт үҫешенең кимәле хаҡында һөйләй – Рөстәм Хәмитов

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 30 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов БР Дәүләт Йыйылышына үҙенең йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә төбәктә демографик хәлдең яҡшырыуын билдәләне.
- Һуңғы йылдарҙа республикала демографик хәл яҡшыра: тыуым арта, үлем осраҡтары кәмей. Халыҡтың тәбиғи үҫеше күҙәтелә, ғүмер оҙонлоғо арта. Демографик күрһәткестәр ҡайһы ваҡыт макроиҡтисади индикаторҙарға ҡарағанда, күберәк йәмәғәт үҫешенең кимәле хаҡында һөйләй, — тине Рөстәм Хәмитов. Республика етәксеһенең әйтеүе буйынса, бер ил халҡының үҫешенә төрлө факторҙар йоғонто яһай, уларҙың араһында иң мөһимдәре – медицина хеҙмәтләндереүе, сифатлы торлаҡ һәм аҙыҡ-түлек менән тәьмин ителгәнлек, социаль яҡлауҙы ойоштороу, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, социаль оптимизм.
- Республика Хөкүмәте ошо бөтә йүнәлештәр буйынса маҡсатлы эш алып бара, — тип билдәләне Башҡортостан Президенты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика