11:38 (UTC+5), 30 Октябрь 2014

Башҡортостан Президенты: «Эшләүсе кеше ярлы булмаҫҡа тейеш»

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 30 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостан Президенты өҫтөнлөклө бурыстар иҫәбендә аҙ тәьмин ителгән халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеүҙе көсәйтеү кәрәклеген БР Дәүләт Йыйылышына йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә билдәләне.
- Бюджет өлкәһе етәкселәре һәм хеҙмәткәрҙәренең «һигеҙгә бер» нисбәте менән айырмала эш хаҡын сикләп, дәүләт бик мөһим аҙым яһаны. Был ҡарарҙы иҡтисадтың реаль секторында ла таратыу мөһим тип иҫәпләйем, — тине Рөстәм Хәмитов.
Республика етәксеһе, «бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы яҡшы темптар менән үҫһә, иҡтисадтың реаль секторында үҫеш динамикаһы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юғары түгел. Был өлкәлә эшләүсе хеҙмәткәрҙәрҙең уртаса эш хаҡы былтыр 4,5 процентҡа артты, ул республика буйынса уртаса эш хаҡын күтәреү темптарынан 6 процентҡа тиерлек түбән», тип иҫәпләй.
- Эшләүсе кеше ярлы булмаҫҡа тейеш, ә беҙҙең структурала халыҡтың 60 проценттан ашыуы – предприятиелар һәм ойошмалар хеҙмәткәрҙәре аҙ тәьмин ителгән, — тине Рөстәм Хәмитов. — Ауыл, урман хужалығы һәм еңел сәнәғәт «лидерҙар» булып тора. Хеҙмәт кешеләренә фәҡирлек ҡыҫымынан сығырға ысынлап та ярҙам итергә кәрәк. Мәҫәлән, үҙ һөҙөмтәлелеген күрһәткән, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр менән социаль килешеүҙәр төҙөү практикаһын үҫтерергә.
Проблеманы хәл итеү механизмдары иҫәбендә республика башлығы тармаҡта эш хаҡын көйләүҙе атаны.
- Министрлыҡ, приедприятиелар етәкселәренә мөрәжәғәт итәм — хеҙмәткәрҙәргә ғәҙел хеҙмәт хаҡы түләү мәсьәләһе һеҙҙең өсөн иң мөһиме булырға тейеш, — тигән бурыс ҡуйҙы Башҡортостан Президенты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика