09:52 (UTC+5), 29 Октябрь 2014

Рөстәм Хәмитов: «Имтихандарҙы ғәҙел итеп уҙғарыу беҙҙең өсөн бик мөһим»

БР Президентының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 29 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 29 октябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе Сергей Кравцов менән осрашты. Осрашыу барышында яҡтар белем биреү сифатын күтәреү мәсьәләләрен, шулай уҡ республикала Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләрен һәм уны үткәреү перспективаларын тикшерҙе.
- Имтихандарҙы ғәҙел итеп уҙғарыу беҙҙең өсөн бик мөһим. Һәм бының өсөн беҙҙең тәүшарттар бар. Шуға күрә тейешле шарттар булдырыу йәһәтендә йүнәлеште туҡтатмаясаҡбыҙ, — тип айырып әйтте Рөстәм Хәмитов.
Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе Сергей Кравцов, белем биреү сифатын үҫтереүгә йүнәлтелгән, республикала уҙғарылған эшкә юғары баһа бирҙе.
- Күп нәмәлә Башҡортостан башҡа төбәктәр өсөн дә өлгө булып тора. Республикала бик күп ҡыҙыҡлы практикалар ғәмәлгә ашырыла, — тип билдәләне Сергей Кравцов. — Башҡортостан Республикаһында 2014 йылда имтихан ныҡ объектив һәм ғәҙел уҙҙы. Бында Президенттың, мәғариф министрының, бөтә Берҙәм дәүләт имтиханы ойоштороусыларының баһалы хеҙмәте. Ул тырышып уҡыған балаларға имтиханды намыҫлы тапшырырға һәм юғары уҡыу йорттарына инергә мөмкинлек бирә.
Федераль ведомство башлығы, кисәге Рәсәй Федерацияһында тәүге тапҡыр 5-7 кластарҙа математика буйынса белем биреү сифатына милли тикшереү уҙғарылды, тип һөйләне. Унда 70-тән ашыу субъект, 500 мәктәп һәм 65 мең бала ҡатнашты. Артабан оҡшаш тикшереүҙәрҙе рус теле һәм информатика буйынса үткәреү күҙаллана.
- Теге йәки был төбәктә, теге йәки был предмет буйынса сифаттың ниндәй булыуын аңлау, мәғариф системаһын үҫтереү буйынса кәрәкле методик ярҙам күрһәтеү өсөн башҡа белем биреү сифатын баһалау механизмдарын үҫтерәсәкбеҙ, — тине Сергей Кравцов.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Республикаһында 2014 йылда дәүләт (йомғаҡлау) аттестацияһында Берҙәм дәүләт имтиханын 23 меңдән ашыу кеше тапшырҙы, өҫтәмә осорҙа — 590 кеше. Улар араһында 22,2 меңе сығарылыш уҡыусылары һәм 800 мең самаһы урта профессиональ белем биреү учреждениеларын тамамлаусылар, шулай уҡ уҙған йылдарҙағы сығарылыш уҡыусылары. БДИ һөҙөмтәләре буйынса бөтә предметтар буйынса уртаса балдың кәмеүе, шулай уҡ насар һөҙөмтәләр алған уҡыусылар өлөшөнөң артыуы күҙәтелә. Быйыл 139 уҡыусы аттестатһыҙ ҡалды.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика