Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.59
+0.15
99.79
+0.07
89.77
-0.34
9+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
27 Октябрь 2014, 10:25

Республика башлығы Раевка дауаханаһын ремонтлауҙың реаль варианттарын әҙерләргә ҡушты

Динар Кәлимуллин,БР Президентының матбуғат хеҙмәте
Динар Кәлимуллин,БР Президентының матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2014 йыл, 27 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Раевка үҙәк район дауаханаһында булды, унда райондың 41,5 меңдән ашыу кешеһе хеҙмәтләндерелә. Медицина учреждениеһы составында 212 койкалыҡ һигеҙ профиле бүлексә, хирургия бүлексәһе составында алты реанимация койкаһы, дүрт ярҙамсы бүлексә һәм ашығыс медицина ярҙамы бүлексәһе, шулай уҡ поликлиника һәм ете табип амбулаторияһы эшләй.
Төкәтеп һалынған ике ҡатлы дауалау-административ корпусы менән кирбестән стационарҙың дүрт ҡатлы төп бинаһы 1976 йылда төҙөлгән. Шул ваҡыттан алып капиталь ремонт эшләнмәгән. Ағымдағы ремонт бюджет сараларына ғына түгел, урындағы бизнес капиталын йәлеп итеү менән дә уҙғарылған.
Үҙәк район дауаханаһы баш табибы Наил Зиязетдинов, 2009 йылда тупраҡтың ултырыуы һөҙөмтәһендә төкәлгән корпустың бөтә периметры буйынса ярыҡтар барлыҡҡа килде, тип хәбәр итте. Бина авария хәлендә тип таныла һәм шул ваҡыттан алып эшләмәй. Унда урынлашҡан балалар консультацияһы стационарға күсерелә, ул терапия корпусының бер өлөшөн биләй.
Авария хәлендәге бинаның (майҙаны 1200 квадрат метр) капиталь ремонтын баш табип 60 миллион һумға баһалай. Был сумма яңы дауахана корпусын төҙөү хаҡы менән менән сағыштырырлыҡ, тине Башҡортостан Президенты. Килеп тыуған шарттарҙа төҙөлөш кәмендә ике-өс йылға һуҙыласаҡ.
- Сығымдар һәм объектты тапшырыу ваҡыты ҡарашынан төплө варианттар тәҡдим итегеҙ, – тип ҡушты һаулыҡ һаҡлау министрына һәм район башлығына Рөстәм Хәмитов. – Ысынында күпме аҡса барлығынан сығып эш итергә тейешбеҙ, ә, сметаларға артыҡ сығымдар һалыусы, төҙөлөш ойошмалары проектлаусыларының теҙгенендә барырға түгел.
Читайте нас: