06:05 (UTC+5), 27 Октября 2014

Рөстәм Хәмитов Әлшәй районының Спорт даны музейында булды

Динар Кәлимуллин, БР Президентының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 27 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Раевка ауылының балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе республика Президентының шәмбеләге эш сәфәре барышында йөрөгән урындарҙың береһе булды. Мәктәп 2005 йылдан алып эшләй. Бөгөн Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә 1430 бала шөғөлләнә – ул бөтә район үҙәге уҡыусыларының яртыһынан күберәге. Балалар секцияларҙа мини-футбол һәм баскетболдан алып өҫтәл теннисы һәм милли көрәшкә тиклем 17 спорт төрө буйынса шөғөлләнә.
Рөстәм Хәмитов Әлшәй районының Спорт даны музейында, күнекмәләр залында, баскетбол буйынса ярыштарҙа, шулай уҡ, республика чемпионаты барған, ауыр атлетика секцияһында булды. Өҫтәл теннисы залында Президент үҙе теннис шарҙарын тапшырыу өсөн пушканы эшләтеп ҡараны.
Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Артур Шәриповтың әйтеүе буйынса, мәктәпкә бассейн һәм ябыҡ боҙ майҙансығы етмәй. Район үҙәгендә хоккей ҙур популярлыҡ менән файҙалана, урындағы хоккейсыларҙың матчтары ике мең самаһы тамашасыны йыя. Башҡортостан Президенты был объекттар төҙөлөшөнөң төрлө варианттарын эшләргә ҡушты, шул иҫәптән уларҙы берләштереү мөмкинлеген дә.
- Әлшәй районының бик ныҡ спорт районы булғаны, ысынлап та спорт менән мауығыуы оҡшай. Спорт ҡоролмалары байтаҡ ҡына, егеттәр һәм ҡыҙҙар яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә. Был йәһәттән, һис шикһеҙ, районға ярҙам итергә кәрәк. Бында тағы ла бер нисә спорт объекты төҙөү зарур. Һүҙ ябыҡ хоккей майҙансығы тураһында бара. Районда бассейн юҡ, ул шулай уҡ район үҙәктәренең дә, тотош райондарҙың да етешһеҙ яғы, шуға күрә был мәсьәләләрҙе хәл итеү юлын уйлаясаҡбыҙ. Иртәгә-иртәнән һуңға буласағын әйтә алмайым, әммә дөйөм алғанда был эш менән шөғөлләнергә урын бар. Яңы спорт объекттары төҙөргә кәрәк, – тине республика башлығы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика